Обычный вид

Яңылыҡтар

08.08.2017 17:22:00

Благовар районына эш сәфәре

8 августа Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Благовар районына барҙы. Унда ул агросәнәғәт комплексы ойошмалары эшмәкәрлеге һәм социаль объекттар менән танышты.

Ҡашҡалаша ауылы янында республика Башлығы тоҡомло сусҡалар үрсетеүсе «Өфө селекция-гибрид үҙәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баҫыуҙарын ҡараны.

Ивестиция проекты 2012 йылдан алып «Эксима» агросәнәғәт холдингы тарафынан тормошҡа ашырыла. 2016 йылда малсылыҡ комплексы проект ҡеүәтенә сыҡҡан, дөйөм сусҡалар һаны 24 меңгә еткән. Тоҡомло мал республика хужалыҡтарына һәм ит ризыҡтары етештереүгә йүнәлтелә.

Сифатлы мал аҙығын булдырыу йәһәтенән Өфө селекция-гибрид үҙәге бойҙай һәм арпа үҫтереү менән шөғөлләнә. Ойошма 4,4 мең гектар ерҙе ҡуртымға алған. Яҡын арала 2,7 мең гектарҙа ураҡ эштәре башлана. План буйынса арпаны бер гектар ерҙән 40 центнер, бойҙайҙы – 30 центнер йыйып алыу күҙаллана.

Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, бөгөн баҫыуҙарҙың төп өлөшө ҡый үләндәре менән «сүпле» булып ҡала, тулы ҡеүәтле эшкә аграрийҙарҙың 10 проценты ғына әҙер. Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов мәсьәләне ауыл хужалығы эштәрендә технологияларҙы теүәл үтәүсе уңышлы милекселәргә һөҙөмтәһеҙ ҡулланылған майҙандарҙы уларға өҫтәмә участкалар бүлеү иҫәбенә хәл итергә тәҡдим итте.

– Ҡулдарынан килгәндәргә ярҙам итергә кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Яҡшы эшләгәндәргә, һис шикһеҙ, мөмкинлектәр биреү зарур.

Өфө һәм Благовар селекция-гибрид үҙәктәре директорҙар советы ағзаһы Елена Климова әйтеүенсә, ерҙән бөтә сусҡа етештереү технологияһы башлана. Тоҡомло сусҡасылыҡтың уңышы 30 процентҡа малды үрсетеү шарттарына, шул иҫәптән уларҙы нимә менән туҡландырыуға бәйле.

Республика Башлығы ҡатнаш аҙыҡ цехының һәм элеваторҙың эше менән дә танышты. 2016 йылда ғәмәлгә ашырылған проект аҙыҡ-түлек етештергәндә киләһе хәүефһеҙлек сылбырынан тора: әҙерләй торған игенде эшкәртеү алдынан ҡатнаш аҙыҡ лабораторияла ентекләп тикшерелә. Заманса ҡорамал бөтә технологияларҙы ла еренә еткереп эшләргә мөмкинлек бирә. Предприятие сусҡалар, эре мөгөҙлө мал һәм ҡош-ҡорт өсөн 16 төр ҡатнаш аҙыҡ етештерә.

–  Бындай заводтар республикаға кәрәк – бер завод ике-өс районға. Был заманса етештереү ысулы, заманса мал аҙығы. Уның һөт сифатына ла тәьҫире ҙур, – тине Рөстәм Хәмитов.

                                                ***

Моиссев ауылында Башҡортостан Башлығы һөт продукцияһын етештереүсе «СН-Продукт» асыҡ акционерҙар ойошмаһында булды.

2010 йылда Благовар районында һөт ҡабул итеү бүлегендә һөт эшкәртеү заводы барлыҡҡа килгән. Етештереү продукцияһын киңәйтеү һөҙөмтәһендә әҙер продукция һәм һөт эшкәртеү күләме арттырылған.

Бөгөн ойошма һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, май, йогурттар етештерә. Тәүлегенә 35 тоннанан ашыу һөт эшкәртелә. Предприятиела 85 кеше эшләй. Әҙер тауар республика магазин селтәрҙәренә оҙатыла.

Төбәк етәксеһе етештереү бүлмәләрен ҡараны, продукция төрҙәре менән танышты һәм етәкселек менән үҫеш мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.

Завод директоры Андрей Чистяков әйтеүенсә, яҡын арала һатыуға «Ауылдағы кеүек» билдә аҫтында ризыҡтар сығасаҡ.  Ойошма өҫтәлмә һыуытҡыс ҡорамалдарында мохтаж. Уның өсөн тәғәйен бина һәм майҙан күптән инде әҙер.

– Үҙ хеҙмәтегеҙгә таянып яңы етештереү заводы төҙөгәнһегеҙ. Афарин, – тине Рөстәм Хәмитов.

                                                ***

Языков ауылында республика Башлығы дөйөм белем биреү мәктәбен ҡараны. Бында район үҙәгенән һәм яҡын аралағы ауылдарҙан  980 уҡыусы белем ала. Балаларҙы ауылдан алып килер өсөн өс автобус ҡаралған.

Уҡыу йорто ике бинанан тора. 2015 йылда башланғыс класс уҡыусылары өсөн тәғәйен бинала төҙөкләндереү эштәре үткәрелгән. Бинаның ҡыйығы, инженер селтәрҙәре алмаштырылған. Кластар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 1995 йылда төҙөлгән урта кластар бинаһына ремонт талап ителә.

Рөстәм Хәмитов мәктәп майҙанын, класс бүлмәләрен һәм спорт залды ҡараны.

Республика Башлығы мәктәптә, өйҙә һәм ялда балаларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләләренә иғтибарын арттырыу буйынса әүҙем эш алып барыу әһәмите хаҡында белдерҙе. Был йәһәттән «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» предметын уҡытыу сифаты юғары булырға тейеш.

Бинаны ремонтлау мәсьәләһенә килгәндә, төбәк Башлығы белдереүенсә, республика ремонт эштәренә сығымдарҙы йыш бүлә. Уның өсөн кәрәкле документтарҙы әҙерләү талап ителә.

–  Район хакимиәте менән берлектә ремонт проектын эшләгеҙ. Һеҙҙе планға индерербеҙ. Был маҡсатта аҡса күсерелә, сират һеҙгә лә етер, – тине республика Башлығы.

                                                  ***

Самарино ауылы янында Рөстәм Хәмитов «Ҡояшҡай» балалар һауыҡтырыу лагерын ҡараны. Йәйге миҙгелдә лагерь өс сменала эшләй. Әлеге ваҡытта бында 137 бала ял итә. Лагерҙың хәүефһеҙлеге видео камералар һәм «махус төймә» аша ла тәьмин ителә.

Төбәк етәксеһе спорт майҙанын ҡараны, ашханаға инеп сыҡты, ял иткән балалар менән аралашты.

Әлеге ваҡытта лагерға модернизация талап ителә. Тәү сиратта корпустарҙы, юлдарҙы ремонтларға һәм яңы мебель һатып алырға кәрәк.

Киләсәктә үҙ эсенә балалар ялы үҙенсәлектәрен туплаған үҫеш концепцияһы әҙерләнәсәк. Лагерҙарҙы финанслау буйынса дәүләт программаһы булдырыласаҡ.

– Беҙҙә ҡала ситендә урынлашҡан лагерҙарҙа йыл һайын 60 мең бала ял итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был системаны тәртиптә тоторға кәрәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter