Обычный вид

Яңылыҡтар

04.08.2017 13:17:00

Өфө филофонистар клубы рәйесе Радислав Гәрәев менән осрашыу

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө филофонистар клубы рәйесе Радислав Гәрәев менән осрашты. Ул республикала классик музыканы танытыу һәм йәш быуынды юғары башҡарыу оҫталығының иң яҡшы өлгөләре менән таныштырыу маҡсатында республика етәксеһенә клуб эшмәкәрлеген йәнләндереү буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

Радислав Гәрәев әйтеүенсә, Өфө филофонистар клубы 1976 йылда, музыка өлгөләре коллекцияһын туплаусылар тарафынан ойошторолған. Унда джаз, популяр һәм классик музыка йүнәлешендә секциялар эшләгән. Клуб ағзалары исемлегендә 100 кеше һаналған. Улар иғәнә түләп иҫтәлекле пластинкаларҙы алыу хоҡуғына ла эйә булған.

Ваҡытында Өфө ҡала советының мәҙәниәт бүлеге ярҙамында клубҡа РТИ мәҙәниәт һарайынан майҙан бирелгән. Унда клуб ағзалары аҙна һайын йыйылып лекциялар уҡыған. Тик 1994 йылда РТИ мәҙәниәт һарайы етәкселеге бүлмәләрҙе бушлай ҡуртымға алыу мөмкинлегенән мәхрүм иткән. Клуб уны ҡалдырырға һәм эшмәкәрлекте туҡтатырға мәжбүр булған.

– Һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын. Хатығыҙ өсөн рәхмәт. Әлдә әле Өфөлә һеҙең кеүек кешеләр бар. Был бик яҡшы күренеш. Һеҙгә, классик музыка белгесенә, ярҙам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме – бындай эшкә күберәк халыҡты йәлеп итеү кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ, –  тине Рөстәм Хәмитов. – Элек башҡарған эшегеҙҙе яңынан тергеҙергә кәрәк. Уны дауам итеүсе кешеләр булырға тейеш.

Республика етәксеһе филофонист туплаған материалдар нигеҙендә Өфөнөң Үҫмерҙәр китапханаһында заманса фонотека булдырыуы хаҡында хәбәр итте. Иҫтәлекле яҙмаларҙы белгестәрҙән алып теләгән һәр кем тыңлай аласаҡ.

Бынан тыш, Башҡорт дәүләт филармонияһының яңы миҙгелендә филофонистар клубы менән таныштырыу сараһы үтәсәк. Унда үҙенсәлекле яҙмаларҙы ҡулланып концерт-лекциялар ойоштороу күҙаллана.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter