Обычный вид

Яңылыҡтар

03.08.2017 20:55:00

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Дим районында 161-се мәктәп төҙөлөшө барышы менән танышты

3 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Дим районында 161-се мәктәп-лицей төҙөлөшө барышы менән танышты.

Проект 2016 йылдың февраленән тормошҡа ашырыла. Дим районында яңы торлаҡ комплекстары төҙөлөү сәбәпле мәктәп йәшендәге балалар һаны йыл да 500 кешегә арта бара.

Мәктәп төҙөлөшө «Рәсәй Федерацияһы субъекттарында дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға булышлыҡ итеү» федераль программаһына ярашлы федераль субсидия йәлеп итеп башҡарыла. Төҙөлөшкә 780 млн һум  бүленгән. Мәктәп майҙаны – 20 мең квадрат метрҙан ашыу. Объектта 200 яҡын кеше эшләй.

Рөстәм Хәмитов кластарҙы һәм башҡа бүлмәләрҙе йыһазландырыу планы менән танышты һәм башҡарылған эштәрҙең сифатын тикшерҙе.

Бөгөн дүрт ҡатлы мәктәп бинаһында эске биҙәү һәм ағартыу эштәре алып барыла. Лицейҙа лифттар, ике ҙур спорт залы, бассейн һәм 504 урынлыҡ тамаша залы ҡаралған. Башланғыс кластар айырым блокта уҡыясаҡ. Уҡый йорто биләмәһендә футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары менән стадиондар барлыҡҡа киләсәк.

Республика Башлығы мәктәпте тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыу эше менән дә ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитов уҡый йылы башына төҙөлөш эштәрен генә түгел, уҡыу мебелен һәм компьтерҙарҙы йыйып урынлаштырыу бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ мәктәп ашханаһы ла эшләргә тейеш.

Төбәк етәксеһе мәктәп эсендә төҙөлгән бассейнға айырым туҡталды. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, мәктәп етәкселегенең төп бурысы – төҙөлөштөң эксплуатация сығымдарын ҡаплау өсөн һөҙөмтәле эште тәьмин итеү.

– Бассейнды хеҙмәтләндереү ярайһы уҡ ҡиммәткә төшә. Мәктәп уның эшен үҙ аллы хәл итә алмай, –тине Рөстәм Хәмитов, бассейндың Өфө халҡы һәм спортсылар өсөн ҡулланыу мөмкинлеген ойоштороу тәҡдимен яңғыратып.

Әлеге ваҡытта Дим районында 4320 балаға иҫәпләнгән ете мәктәп эшләй. Шул уҡ ваҡытта районда 7567 уҡыусы йәшәй. Яңы лицейҙы асыу икенсе смена буйынса күрһәткестәрҙе күпкә кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

– Төҙөүселәр 1 сентябргә тиклем ҡуйылған бурысҡа ирешер һәм ошо мәктәпте файҙаланыуға тапшырыр тип ышанам, был бик мөһим, –  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. – Бынан тыш, эргәлә ике балалар баҡсаһы бар, киләсәктә берҙәм белем биреү комплексын төҙөргә кәрәк. Ул балаларҙың бер сменала уҡый алһын өсөн бөтә шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Әммә Дим биҫтәһендә тағы мәктәптәр төҙөргә кәрәк. Уның буйынса артабан да шөғөлләнәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, 2025 йылға тиклем беҙ икенсе смена булған бөтә ҡалаларҙа ла мәсьәләне хәл итергә бурыслы, яңы мәктәптәр төҙөлөргә тейеш. Шуның менән беҙ был мәсьәләгә нөктә ҡуясаҡбыҙ. Әммә уға тиклем бик күп эшләргә кәрәк әле.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter