Обычный вид

Яңылыҡтар

02.08.2017 20:05:00

Рөстәм Хәмитов 2017 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостан агросәнәғәте комплексы эше йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә сығыш яһаны

2 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Ауыл хужалығы министрлығында үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә сығыш яһаны. Кәңәшмә 2017 йылдың тәүге яртыһында төбәктең агросәнәғәте комплексы эше йомғаҡтарына арналды.

– Тәүге ярты йыллыҡта игенселәрҙҙең эшен «яҡшы» тип баһаларға мөмкин. Ауыл хужалығы продукцияһының күләме уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙары менән сағыштырғанда 14 процентҡа артҡан һәм 52 миллиард һум тәшкил иткән. Уның 94 проценты тиерлек малсылыҡ продукцияһы иҫәбенә булдырылған, – тип белдерҙе төбәк Башлығы. – Мал һәм ҡош-ҡорт етештереү 8,7 процентҡа артҡан, малсылыҡта ҡош-ҡорттоң өлөшө 9,3 процентҡа күтәрелгән.

Һөт етештереү тураһында һүҙ йөрөткәндә, Рөстәм Хәмитов уның бер аҙға – 0,7 процентҡа төшөүен билдәләне. Сәбәбе – халыҡта малдың кәмеүе. Шул уҡ ваҡытта, ауыл хужалығы ойошмаларында һәр баш һыйырға һауым артҡан. Мәҫәлән, ғинуар-июнь айҙарында ул      2 575 килограмм тәшкил иткән, был 2016 йылдың тәүге ярты йыллығына ҡарағанда 5 процентҡа күберәк.

– Ямғырҙар сәбәпле мал аҙығын әҙерләү оҙаҡҡа һуҙылды. Эште тиҙәйтергә кәрәк. Бөгөн беренсе күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу эштәре тамамлана, бер йыллыҡ, тәбиғи үләндәр сабыла. Бер нисә районда ҡайһы бер хужалыҡтар икенсе сабыуға төшкән, – тине Рөстәм Хәмитов. –  1 авгусҡа мал аҙығы культуралары майҙандарының 85 проценты йыйып алынған. Шартлы мал башына иҫәптә 28 центнер ҡаты һәм һутлы мал аҙығы берәмеге әҙерләү күҙаллана. Әле былтырғы кимәлгә еттек тиерлек.

Ә бына сенажды Башҡортостанда былтырғыға ҡарағанда 70 мең тоннаға күберәк әҙерләгәндәр. Краснокама, Балтас, Ейәнсура, Яңауыл, Илеш, Мәсетле, Борай, Әлшәй районы хужалыҡтары алдынғылар рәтендә.

– Мал аҙығы ресурстары бөтә райондарҙа ла бар. Һауа торошо тотороҡло булғанда мал аҙығын әҙерләүҙе дауам итергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы  уңышты минималь юғалтыу менән урып-йыйыу эштәрен берҙәм уҙғарыу төп бурыстарҙың береһе тип билдәләне.

– Быйыл беҙгә 2,2 миллион гектарҙы  йыйыу бурысы тора. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлыларҙы – 1,8 миллион гектарҙан, техник культураларҙы – 330 мең гектарҙан, йәшелсә-баҡса культураларын – 90 мең гектарҙан. Был, дөйөм алғанда, былтырғынан 1,5  процентҡа күберәк, – тине республика етәксеһе.

Бөртөклөләр буйынса урып-йыйыуҙы 2,5-3 миллион тонна иген күләмендә тамамларға кәрәклеген белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

1 августа бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы Көйөргәҙе һәм Дүртөйлө райондары хужалыҡтары йыйырға төшкән. Былтыр был көнгә 900 мең тонна иген һуғылған.

Автомобиль транспорты һәм йыйыу техникаһының торошо хаҡында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, һуңғы йылдарҙа иген йыйыу комбайндарының һанын арттырырға мөмкинлек булды, тип билдәләне. Быйыл улар былтырғынан 100 берәмеккә тиерлек күберәк. Урып-йыйыу эшенә 3600 комбайн йәлеп ителгән.

Алдынғы эшсәндәрҙе матди яҡтан дәртләндереү тәжрибәһе дауам ителәсәк. Уңыш йыйыуҙа юғары күрһәткестәргә ирешкән өсөн иң яҡшы механизаторҙар, былтырғы кеүек, автомобилдәр менән бүләкләнәсәк.

Быйыл ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт финанс ярҙам итеү саралары ла һаҡланған. Ике кимәл бюджеттан 4,6 миллиард һум ҡаралған.

Ауыл халҡын һөт етештереүҙә, ауыл хужалығы техникаһын, тоҡомло мал, минераль ашламалар һатып алыуҙа субсидиялау йәһәтенән ярҙам дауам итә. Республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә тағы 820  миллион һум бүлеү ҡаралған. Шул иҫәптән ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға – 430 миллион һум, минераль ашламаларға – 240 миллион һум, тоҡомло малға – 100 миллион һум, ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар буйынса процент ставкаларын субсидиялауға – 50 миллион һум.

– Бындай ярҙам хәлһеҙләндерергә түгел, киреһенсә – ауыл халҡын етештереүҙе киңәйтеүгә дәртләндерергә тейеш, – тигән фекерҙә Рөстәм Хәмитов. – Тәү сиратта, ауыл хужалығын уңышлы алып барғандарға ярҙам итәсәкбеҙ. Һөҙөмтә булмағанда, эш хаҡы түбән, бер эшсегә эш аҙ булған ерҙә – ярҙам да кәм буласаҡ. Маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәмәгән осраҡта субсидиялар ҡайтарыласаҡ. Бындай тәжрибә беҙҙә бар. Былтыр 45 миллион һум ҡайтарылды, быйыл тәүге ярты йыллыҡта – 50 миллион һумдан ашыу.

Республика Башлығы эшсе һөнәрҙәрҙең (слесарь, токарь, техниканы хеҙмәтләндереү буйынса белгестәр) кадрҙар составын нығытыуға иғтибар итте.

– Айырым бурыс – ауылға йәш белгестәрҙе йәлеп итеү. Юғары уҡыу йорттарын һәм колледждарҙы тамамлаусыларға бер тапҡыр түләнә торған пособие формаһында дәүләт ярҙамын 500 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим итәм. Шул уҡ ваҡытта, ул маҡсатлы буласаҡ, мәҫәлән: ауыл ерендә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә, уҡыуҙы дауам итеүгә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter