Обычный вид

Яңылыҡтар

28.07.2017 19:50:00

Өфөлә II «Арт-Өфө» халыҡ-ара художество форумы тамамланды

28 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов II «Арт-Өфө» халыҡ-ара художество форумы барышында ойошторолған һынлы сәнғәт күргәҙмәһе менән танышты.

Экспозиция «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында ойошторолған һәм 12 мең квадрат метр майҙанды биләй. Бында рәссамдар, скульпторҙар, фото төшөрөүселәр, халыҡ кәсептәре оҫталары 2 меңдән ашыу ижад емештәрен тәҡдим иткән. Экспонаттар араһында Башҡортостан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Омск, Силәбе, Ҡурған, Брянск һәм Израиль, Канада, Америка Ҡушма Штаттары, Франция, Иран, Белоруссиянан 300-гә яҡын рәссам картиналары менән танышырға мөмкин. Эштәр төрлө стилдә башҡарылған.  

Рөстәм Хәмитов күргәҙмә менән танышыҡандан һуң, авторҙар менән аралашты. Рәссамдар әйтеүенсә, бындай форумдарҙы үткәреү республика халҡы өсөн генә түгел, башҡа төр белгестәр өсөн дә әһәмиәтле. Сөнки майҙанда тәжрибә уртаҡлашырға, хәҙерге сәнғәттең хәл-торошо менән яҡындан танышырға мөмкин.

Форум барышында оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар, лекциялар үткәрелде. Уҡытыу эшен алып барғандар республика Башлығына үҙҙәре төҙөгән уҡыу әсбаптарын тәҡдим итте.

Республика етәксеһе ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы форумдың уңышлы тамамланыуы менән ҡотланы һәм рәссамдарҙың эшен юғары баһаланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter