Обычный вид

Яңылыҡтар

26.07.2017 18:54:00

«Алексеевский» совхозында заманса теплица комплексының сираттағы өлөшө сафҡа индерелде

26 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың алдынғы ауыл хужалығы предприятиеһы – «Алексеевский» совхозында булды. Унда заманса теплица комплексының сираттағы өлөшө сафҡа индерелде.

Хужалыҡтың генераль директоры Рәмзил Низаметдинов әйтеүенсә, ябыҡ тупраҡта йәшелсәләрҙе үҫтереү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу 2015 йылда башланған. Ул ваҡытта 2,5 га майҙанда теплицаның беренсе өлөшө төҙөлгән.  2016 йылдың октябрендә 2,5 га майҙанда икенсе өлөштө төҙөү эштәре башланған һәм ошо көндәрҙә генә тамамланған.

Яңы комплекста ҡыяр ултыртылған. Көҙөн хужалыҡта мул уңыш алыуҙарына ышаналар. Йыл дауамында бында 2 500 тонн йәшелсә етештереү һәм 1 квадрат метрҙан 100 кг уңыш алыу планлаштырыла. 

Теплица хужалығының үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләгәндә, Рәмзил Низаметдинов 2017-2018 йылдарҙа 5 га майҙанда заманса бүлектең төҙөлөүе хаҡында ла һөйләне.

Бынан тыш, совет дәүерендә төҙөлгән 30 га майҙандағы теплица комплексын үҙгәртеп-ҡороу планлаштырыла.  Уларҙың береһен республика Башлығы ҡараны һәм уның эсендә ҡулланылған технологияны «үткән көн» тине.

 – Дөрөҫөн әйткәндә, был бүлекте алып ташларға һәм яңы теплица ҡорорға кәрәк. Төҙөкләндереү, модернизация үткәрмәйенсә беҙ киләсәктә конкурентлы була алмайбыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.

Әлеге ваҡытта ойошмаға «Башҡортостан электроселтәрҙәр компанияһы» өҫтәмә рәүештә 25 МВт электроэнергия бүлгән. Был, үҙ сиратында, йәшелсәләрҙе етештереү ҡеүәтен арттырып, теплица майҙандарын тәүлек әйләнәһенә яҡтыртыуҙы ойошторорға һәм уңышты ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Совхозға эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов ойошманың ауыл хужалығы продукцияһы күргәҙмәһе менән танышты. Йыл дауамында бында 15 мең тонна йәшелсә-емеш һәм 1,5  млн йәшел культуралар үҫтерелә. Үҙенең продукцияһын  «Алексеевский» Өфөгә һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре – Мәскәү, Санкт-Петербург, Төмән, Екатеринбург һәм Силәбе өлкәһенә оҙата. 2021 йылға йәшелсәләрҙе йылына 34 тоннаға тиклем етештереү күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы предприятие коллективы менән осрашыуында совхоздың акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәреүҙең ыңғай яҡтары хаҡында белдерҙе.

 – Иң мөһиме – беҙ коллективты һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Үҙгәртеп-ҡороуҙар булмаясаҡ, –  тине Рөстәм Хәмитов. – Әлеге ваҡытта хосусилаштырыу һатыуға алып киләсәк, кешеләр эшһеҙ ҡаласаҡ, тигән имеш-мимештәр күп. Уларға ышанмағыҙ. Беҙ, тәү сиратта, коллективҡа уңайлыҡтар булдырабыҙ. Эшмәкәрлекте киңәйтергә кәрәк. Коллективты һаҡлап ҡалыу һәм арттырыу буйынса барыһын эшләйәсәкбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter