Обычный вид

Яңылыҡтар

24.07.2017 23:57:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Рәсәй 24» телеканалына интервью бирҙе

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы етәксеһе Рөстәм Зарафетдинов һәм ВГТРК филиалы – «Башҡортостан»   дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе Азамат Сәлихов менән әңгәмәләшкәндә 2017 йылдың тәүге яртыһында республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында һөйләне.

2017  йылдың тәүге алты айында республика ышаныслы, иҡтисади үҫеш менән эшләне, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.

«Сәнәғәт етештереүе индексы 103,4 процент тәшкил итте. Был яҡшы күрһәткес, Рәсәйҙәге уртаса һандарҙан юғарыраҡ. Ул республикабыҙ иҡтисады һәм сәнәғәт предприятиеларының эше юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй, — тип билдәләне төбәк Башлығы. — Бынан тыш, һалым һәм һалым булмаған килемдәр инә. Ошо йәһәттән былтырғы күрһәткестәрҙән яҡынса 10 миллиардҡа күберәк. Был республика иҡтисадына, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өҫтәмә аҡса йүнәлтелә тигән һүҙ. Беҙ яңы социаль объекттар, яңы юлдар һалырға ниәтләйбеҙ, кешеләрҙең иһә яңы мөмкинлектәре барлыҡҡа киләсәк».

Республика етәксеһе билдәләүенсә, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығында ла продукция күләме үткән йылғы күрһәткестәрҙән өс процентҡа юғарыраҡ.

«Төҙөлөш» графаһы буйынса күләм артты. Шуның менән бергә торлаҡ төҙөүҙең былтырғыға ҡарағанда кәмеүен аңлайбыҙ. Сөнки һатып алыусылар булмағас, һатыу ҙа юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, төҙөүселәр алдағы көнгә яңы торлаҡ әҙерләп ҡуя алмай. Ошонан сығып — торлаҡ  буйынса 10 процентҡа кәмерәк. Дөйөм алғанда, хәҙер сәнәғәт, ауыл хужалығы объекттары төҙөлөшө ыңғай динамикаға эйә — 3,5 процент самаһы. Күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү үҫеше лә яҡынса шунса кимәлдә, ваҡлап һатыу өс проценттан ашыуыраҡ һәм 2,5 процентҡа яҡыны — күмәртәләп һатыу үҫеше. Шулай итеп, беҙҙең төп макроиҡтисади күрһәткестәребеҙ яҡшы ғына», — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостанда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан 3,5 мең кешегә хәүеф янай. Өс мең өлөшсөнөң проблемаһы йорттарҙы тапшырыу ваҡытын һуҙыуға ҡайтып ҡала, ләкин 500-600 самаһы кеше мутлашыусыларҙан зыян күргән.

«Өс мең граждан буйынса хәл ҡатмарлы, әммә барыһы ла ыңғай хәл ителәсәк. Төҙөлөш тамамланыр һәм улар торлаҡ алыр. Ҡануниәткә өҫтәмә норматив акттар, төҙәтмәләр ҡабул итергә кәрәк, — тип аңлатма бирҙе Рөстәм Зәки улы. — Һалған аҡсалары урланған 500-600 кешегә килгәндә, бында хәл ҡатмарлыраҡ, сөнки ошо мәсьәләне туранан-тура хәл итеү юлы юҡ. Ләкин шул уҡ ваҡытта унда ла алданған өлөшсөләр өсөн уңайлы варианттар табырға тырышырбыҙ. Миңә мутлашыусылар ҡулына эләккән яҡташтарыбыҙ, граждандарыбыҙ бик йәл. Һис шикһеҙ, мин дә улар кеүек борсолам. Ваҡытында сараһын күреп эшләп еткермәгән Хөкүмәттең, ошондай ваҡиғаларға юл ҡуйған ҡала хакимиәттәренең, муниципалитеттарҙың да ғәйебе бар».

Республика етәксеһе көн һайын проблемалы объекттар хаҡында мәғлүмәт менән танышып барыуын билдәләне. «Эштең әүҙемләшеүен әйтеп үтергә кәрәк. Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты һәм Хөкүмәт был темаға ҙур иғтибар бирә һәм бөгөнгә тейешле саралар күрелгән дә инде», — тине Рөстәм Хәмитов.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter