Обычный вид

Яңылыҡтар

19.07.2017 20:40:00

Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстанға эш сәфәре башланды

19 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендә республика делегацияһы «Алтай цивилизацияһы һәм алтай телдәренең туғандаш халыҡтары» халыҡ-ара форумында ҡатнашыр өсөн Ҡырғыҙстанға килде.

Сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев менән осрашыуы көтөлә.

Форум барышында ҡырғыҙ халҡының Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителгән «Манас» эпосы менән таныштырыу сараһы һәм Ысыҡкүл өлкәһенең Чон-Сары-Ой ауылында Курманжан Датка исемендәге Күсмә цивилизация үҙәгендә экспозиция асыу ҡаралған. Үҙәктең биләмәһендә алтай халыҡтары вәкилдәренең, шул иҫәптән башҡорттарҙың йәшәү рәүешен күрһәтеү өсөн милли күсмә традицияларҙа 30 тирмәнән торған йәнле музей ойоштороу күҙаллана.

Белешмә өсөн:

Ҡырғыҙ Республикаһы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән республика тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә 3,1 процент сағыштырма ауырлыҡ менән бишенсе урынды биләй. 2016 йылда Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 30,7 миллион доллар тәшкил иткән һәм нигеҙҙә экспорттан торған.

Әлеге ваҡытта тышҡы сауҙа күрһәткестәренең яҡшырыуы күҙәтелә. 2017 йылдың ғинуар-апрель айҙарында үҙ-ара әйләнеш былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек күберәк, импорт иһә 2016 йылғы күрһәткестән 70 процентҡа артҡан.

Башҡортостандан оҙатылған продукция араһында – нефть продукттары, шулай уҡ ҡорос сым, каустик һәм кальцийлы сода, гербицидтар, ашламалар, пластмасса әйберҙәр. Импорттың төп тауарҙарына алюминий һәм баҡыр изделиелар инә.

Республика биләмәһендә ҡырғыҙ капиталы ҡатнашлығында биш предприятие эшләй. Улар сауҙа һәм хоҡуҡ өлкәһендә эшмәкәрлек менән мәшғүл.

2015 йылда Ҡырғыҙ Республикаһында – Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне,  2017 йылдың июнендә иһә Башҡортостанда Ҡырғыҙ Республикаһы мәҙәниәте көндәре уҙҙы. 2006 йылдан республикала «Ала-Тоо» ҡырғыҙ милли үҙәге эшләй. Ҡырғыҙстандың ижади коллективтары һәм башҡарыусылары Башҡортостанда үткәрелгән конкурс-фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша.

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың төп юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында 30-ҙан ашыу килешеү ғәмәлдә. 2016/2017 уҡыу йылында республика университеттарында 60 ҡырғыҙ студенты белем алды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter