Обычный вид

Яңылыҡтар

17.07.2017 11:23:00

Тимур Мөхәмәтйәнов Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Тимур Мөхәмәтйәнов тәғәйенләнде.

 Биографик белешмә:

 Мөхәмәтйәнов Тимур Рәфис улы 1984  йылдың 29  ноябрендә Күмертауҙа тыуған.  Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ экология һәм политология университетын (бакалавр),  «Юғары иҡтисад мәктәбе» дәүләт университетын (магистр), шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте Рәсәй академияһының аспирантураһын тамамлаған.

 Хеҙмәт юлын 2008  йылда Рәсәй Федерацияһының Төбәк үҫеше министрлығында 1 дәрәжәле белгес, артабан Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе һәм сик алды хеҙмәттәшлекте үҫтереү департаментының дәүләт-ара хеҙмәттәшлек һәм протокол бүлегенең баш белгесе булараҡ башлаған.

 2010-2017  йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаментының 1 дәрәжәле белгесе, баш белгесе, начальник урынбаҫары, халыҡ-ара ойошмалары, транспорт сәйәсәте һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнингы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter