Обычный вид

Яңылыҡтар

15.07.2017 15:02:00

Рөстәм Хәмитов «I BIKE UFA» халыҡ-ара велосипед фестивалендә ҡатнашты

15 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған «I BIKE UFA» халыҡ-ара велосипед фестивалендә ҡатнашты. Республика етәксеһе велоуҙышта ҡатнашыусылар менән бергә Ленин исемендәге майҙандан Конгресс-холға тиклемге араны велосипедта үтте.

– Беҙ ошо майҙанға берҙәмлекте, туғанлыҡты, дуҫлыҡты күрһәтеү өсөн йыйылдыҡ, – тине төбәк Башлығы. – Һәммәһен дә бөгөнгө байрам менән ҡотлайым. Күтәренке рух теләйем. Тимер аттарыбыҙ ватылмаһын һәм беҙгә уларҙы һирәгерәк ремонтларға тура килһен тигән теләктәмен.

Спорт байрамы Өфөлә етенсе тапҡыр үткәрелде. Велоуҙыштың дистанцияһы 10 саҡрым тәшкил итте.

Фестивалдә Рөстәм Хәмитов велохәрәкәттең активистары менән ҡалала велосипед инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Барыһы ла ҡалаларҙа велосипед инфраструктураһын үҫтереүҙе һорай. Велосипедта йөрөү, ярышыу өсөн велосипед юлдары, урындар етмәй, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Меңдәрсә кешенең әлегә велосипед хәрәкәте йәһәтенән инфраструктураның бөгөнгө торошо менән ҡәнәғәт булмауын күрәбеҙ. Мэрҙар вәғәҙә итә. Ошо вәғәҙәләр үтәлер тип ышанам. Өфө генә түгел, башҡа ҡалалар ҙа был йәһәттән эште әүҙемләштерергә тейеш.

Белешмә өсөн:

Быға тиклем «I BIKE UFA» халыҡ-ара велосипед фестивале «1 000 велосипедсы көнө» спорттың велосипед төрҙәре фестивале булараҡ уҙғарыла ине. Тәүге тапҡыр ул Өфөлә 2011 йылдың майында ойошторолдо һәм Сочиҙа Олимпия уйындары башланыуға тиклем 1 000 көнгә бағышланды. Фестивалдә Өфөнән һәм яҡын-тирәләге райондарҙан 1 000 кеше ҡатнашты. 2012 йылда ҡатнашыусыларҙың һаны 2 меңгә, 2013 йылда – 3,5 меңгә, 2014 йылда – 5,5 меңгә, 2015 йылда – 8 меңгә, 2016 йылда 15 меңгә етте.

Фестиваль Рәсәйҙә ҙур ваҡиға һанала һәм республиканан ситтә киң билдәле. Унда илдең төрлө ҡалаларынан туристар һәм делегациялар ҡатнаша. Фестивалдең төп маҡсаты – Башҡортостанда мөмкин тиклем күберәк кешене сәләмәт ялға йәлеп итеү өсөн велохәрәкәтте үҫтереү. Велоуҙышта теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter