Обычный вид

Яңылыҡтар

13.07.2017 15:59:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

13 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Ордендар, почет грамоталары һәм исемдәр менән барлығы 54 сәнәғәт, транспорт һәм элемтә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, банк өлкәһе, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, һайлау системаһы, хәүефһеҙлек, социаль хеҙмәттәр, ҡунаҡхана комплексы, сервис, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән, мәҙәниәт, китапхана эше, физкультура һәм спорт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәренең һөнәри ҡаҙаныштары баһаланды.

— Һеҙҙе ошо ваҡиға менән ысын күңелдән ҡотлайым һәм барлыҡ иң изге теләктәрҙе юллайым. Сәләмәт булыуығыҙҙы, артабан да шулай эш урындарығыҙҙа, хеҙмәт коллективтарығыҙҙа әүҙем хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәтегеҙ тотош республикабыҙ эшенә үтеп инә. Уртаҡ һөҙөмтәләребеҙ насар түгел. Республика яҡшы аҙымдар менән алға бара. Ярты йыллыҡтың йомғаҡтары буйынса беҙҙә сәнәғәт етештереү индексы, табыш инеү, инвестиция эшмәкәрлеге буйынса күрһәткестәр яҡшы. Тимәк, дөйөм алғанда, беҙ һеҙҙең менән хәбәр итеп, бергәләп эш алып барабыҙ. Илебеҙ, республикабыҙ, коллективтарыбыҙ мәнфәғәтенә эшләйбеҙ. Ошондай әүҙем эшмәкәрлек дауам итһен, үҙ эшегеҙ менән янығыҙҙағы кешеләрҙе артабан да йәлеп итегеҙ һәм улар һеҙҙән өлгө алһын ине. Юғары намыҫлы эшмәкәрлегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter