Обычный вид

Яңылыҡтар

12.07.2017 12:54:00

Балалар спорты менән идара итеүҙең һөҙөмтәле системаһын төҙөргә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә физик культура һәм спорттың айырым йүнәлештәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство, спорт федерациялары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

Кәңәшмәлә спорт мәктәптәренең эше, «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» спорт-һауыҡтырыу проектын тормошҡа ашырыу, колледждарҙа физкультура-һауыҡтырыу эшен ойоштороу, халыҡ өсөн, шул иҫәптән ауыл ерендә спорт инфраструктураһы мәсьәләләре тикшерелде.

Әле Башҡортостанда 127 балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй, унда 68 спорт төрө буйынса дәрестәр уҙғарыла. Йөҙҙәрсә мәктәп спорт клубтары бар. Уларҙа бөтәһе 170 мең самаһы бала һәм үҫмер шөғөлләнә.

– Ләкин балалар өсөн спорт мәктәптәрендә барыһы ла шөғөлләнә алмай. Һуңғы ваҡытта ата-әсәләр миңә ни өсөн ошо учреждениеларҙың төрлө һылтау менән түләүлегә әүерелә барыуын асыҡлауҙы һорап йыш мөрәжәғәт итә. Ни өсөн уларҙа төрлө «рәсми булмаған йыйымдар» арта? – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм әйткәндә, бөгөн беҙҙә бушлай спорт мәктәптәре формаль ғына, ҡағыҙҙа иһә күп – 75 процент. Әммә барлыҡ мәктәптәрҙә, шул иҫәптән бушлай эшләгәндәрҙә, ата-әсәләр дәрестәр өсөн форма, спорт инвентары һатып ала, ярыштарҙа ҡатнашыу, сборҙарға барыу өсөн түләй. Ә түләүле мәктәптәрҙә уҡыу өсөн хаҡ 1 000-2 500 һум тәшкил итә.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, йәш спортсыларҙы әҙерләүҙе коммерцияға ҡороу күп кенә һәләтле балалар өсөн ҡаршылыҡ тыуҙыра. Бынан тыш, спорт мәктәптәренең бер өлөшө уларҙың етәкселеге өсөн аҡса эшләү урыны булып тора. Ҡайһы берҙәрендә административ вазифаларҙы байтаҡ йылдар балалар спортында уңышлы бизнес алып барған ғаилә ағзалары биләй.

– Ошо өлкәлә тәртип урынлаштырыуҙы һәм ярты йылдан, 2017 йылдың аҙағына миңә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан күрелгән саралар хаҡында еткереүҙәрен талап итәм, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы шулай уҡ әле балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре эшмәкәрлеге менән идара итеүҙә ведомство-ара буталсыҡ хөкөм һөрөүен, йәш спортсыларҙы әҙерләү буйынса килешеп эшләүҙең юҡлығын билдәләне. Быларҙың һәммәһе лә йәш спортсыларҙың сығыштары һөҙөмтәләрендә сағылыш таба.

– Ошондай факттар булмаһын өсөн ведомство-ара тарҡаулыҡты бөтөрөргә, балалар спорты менән идара итеүҙең берҙәм, һөҙөмтәле эшләгән системаһын төҙөргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter