Обычный вид

Яңылыҡтар

08.07.2017 20:01:00

Ҡырымда «Рәсәйгә ант биреп» төбәк-ара фестивале үтте

8 июлдә Белогорскиҙа (Ҡырым) Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 460 йыллығына һәм Ҡырым ерҙәрен Рәсәйгә ҡуша башлауҙың 245 йыллығына арналған «Рәсәйгә ант биреп» төбәк-ара фестивале үтте. Ошо ваҡиғалар менән Белогорск районы халҡын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Ҡырым Башлығы Сергей Аксёнов ҡотланы.

– Йәнә бер ҡат билдәләп үтәбеҙ: беҙ, Башҡортостан, Белогорск районын һәм Белогорск ҡалаһын шефлыҡҡа алыу менән уңдыҡ. Һеҙҙең менән бергәләп ошо ике-өс йылда һәйбәт итеп эшләнек, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, балалар баҡсаларын тәртипкә килтерҙек. Был эш мотлаҡ дауам итәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Дуҫлығыбыҙ, әлбиттә, нығынасаҡ ҡына. Бергәләп хеҙмәт итеүебеҙгә, эшләүебеҙгә, алға хәрәкәт итеүебеҙгә, республикаларыбыҙҙы һәм илебеҙҙе нығытыуыбыҙға бик шатбыҙ. Киләсәктә лә шулай буласаҡ.

– Беҙҙең Башҡортостан дуҫтарыбыҙ, Рөстәм Зәки улы әйтеп үткәнсә, даими патронат алып барыуынан, даими рәүештә Белогорск районы менән эшләүенән, мәктәптәребеҙҙе, балалар баҡсаларын яңыртыу йәһәтенән тыш, бөгөн алдыбыҙҙа сығыш яһаусы иҫ киткес Башҡортостан коллективтарын алып килеп, беҙгә байрам да ойошторҙо, – тине Сергей Аксёнов. – Беләһегеҙме, ошондай дуҫтар, ышаныслы парнёрҙар булғанда тормоштоң бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Беҙҙең ил – Рәсәй – төбәктәр араһындағы дуҫлыҡ менән көслө. Ул ауыр минутта мөрәжәғәт итерлек кешеләр булғанда бик ҡәҙерле нәмә.

Фестиваль сиктәрендә төбәк етәкселәре Белогорск районы предприятиеларының күргәҙмәһен ҡараны һәм унда етештерелгән тауарҙар менән танышты. Атап әйткәндә, улар «Зеленогорск» агрофирмаһы – Ҡырымда классик технология буйынса ҡымыҙ етештергән берҙән-бер предприятиеның продукцияһы менән ҡыҙыҡһынды. Бынан тыш, фирма үҙ сеймалынан һөт өҫтө, аҡ май, брынза, көнбағыш майы, икмәк, ит һәм тултырма ризыҡтарын сығара. Хужалыҡта Совет дәүеренән йәшелсә-емеш консерваларын, ит-тултырма ризыҡтарын сығарыуға иҫәпләнгән цех һаҡланып ҡалған. Рөстәм Хәмитов урында етештерелгән ҡымыҙҙан ауыҙ итте, предприятиеның юғары потенциалын билдәләне һәм Башҡортостан менән уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу варианттарын ҡарарға тәҡдим итте.

Күргәҙмәлә шулай уҡ декоратив-ҡулланма сәнғәте оҫталарының изделиелары һәм Ҡырым халыҡтарының күп төрлөлөгөн күрһәтеүсе милли-мәҙәни экспозиция тәҡдим ителде. Экспозицияла Башҡортостан Республикаһы тарихына һәм мәҙәниәтенә айырым иғтибар бүленде.

Башҡортостан һәм Ҡырым сәнғәт оҫталарының «Беҙ бергә» концерты фестивалдең төп ваҡиғаһы булды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter