Обычный вид

Яңылыҡтар

08.07.2017 18:00:00

Рөстәм Хәмитов һәм Сергей Аксёнов Ҡырымдың Белогорск районында социаль объекттарҙы ҡараны

Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Ҡырымға сәфәре сиктәрендә төбәк башлыҡтары Рөстәм Хәмитов һәм Сергей Аксёнов Белогорск районында бер нисә социаль объектта булды.

Белогорскиҙа республика башлыҡтары 1960 йылдарҙа һалынған Район мәҙәниәт йортон ҡараны. Күп йылдар дауамында бина йүнәтелмәгән һәм 2014 йылда, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу осорона ул авария хәлендә була: түбәнән һыу тамып тора, йылытыу системаһы, түңәрәктәр эшләмәй, ижади коллективтарҙың репетицияларын уҙғарып булмай.

Мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов булғандан һуң бинаның ҡыйығы төҙөкләндерелә, сәхнә йүнәтелә. Әлеге ваҡытта бында бөтә Ҡырымда ихтыяжлы ижади коллективтарҙың репетициялары һәм сығыштары бара. Мәҙәниәт йорто мөдире Оксана Торопенконың һүҙҙәренсә, түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа 250-нән ашыу кеше: 112 бала, 54 йәш һәм 93 өлкән кеше шөғөлләнә.

– Тормош һиҙелә. Балаларҙың шөғөлләнә башлауы – бик яҡшы ул, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы Мәҙәниәт йортон тәртипкә килтереү өсөн кәрәкле эштәр теҙмәһен тикшерҙе. Оксана Торопенко хәбәр итеүенсә, быйыл өлөшләтә йылылыҡ селтәрен, сәхнәне һәм тамаша залын йүнәтеү күҙаллана. Ул Мәҙәниәт йортон ремонтлауҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн республикаға район халҡы исеменән ҙур рәхмәтен белдерҙе.

– Киләһе ғилми-ғәмәли конференцияны ошо залда уҙғарырбыҙ, тип ышанам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Богатое ауылында Рөстәм Хәмитов һәм Сергей Аксёнов 1950 йылдарҙа төҙөлгән Богатое урта мәктәбен ҡараны. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң Башҡортостан булышлығында бинаның ҡыйығы төҙөкләндерелә һәм тәҙрәләре алмаштырыла. Әлеге ваҡытта бинаны яңыртыу эштәре дауам итә, яңы мебель һәм ҡорамалдар һатып алына. Республика башлыҡтары уҡытыу кластарында булды, мәктәпте ремонтлау буйынса артабанғы эштәр күләмен тикшерҙе.

Мәктәп янында алдан шулай уҡ авария хәлендә булған балалар баҡсаһы эшләй. Башҡортостандың ярҙамы менән бинаның ҡыйығы алмаштырыла, һуңынан Ҡырым ҡаҙнаһы иҫәбенә яңыртыу эштәре уҙғарылды. Былтыр балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter