Обычный вид

Яңылыҡтар

07.07.2017 16:56:00

Ҡырым Евпаториялағы «Юбилейный» балалар шифаханаһын республикабыҙға тапшыра

Ҡырымдың Башҡортостан Республикаһына ҡайһы балалар шифаханаһын тапшырасағы билдәле булды. Уның исемен Ҡырым Башлығы Сергей Аксёнов Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында әйтте.

– Ҡырым Республикаһы Евпаториялағы «Юбилейный» шифаханаһын Башҡортостанға бүләк итергә ниәтләй. Әлбиттә, уға аҡса һалырға кәрәк, әммә урыны бик яҡшы, – тип хәбәр итте Сергей Аксёнов. – Был иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн өсөн яңы этәргес булыр тип ышанам. Ошонда ял итергә килгән Башҡортостан балалары һәм халҡы һәйбәт тәьҫораттар алыр тип уйлайым.

– Балалар шифаханаһына килгәндә, ҙур рәхмәт һеҙгә. Унда Ҡырым, Башҡортостан, Рәсәй балалары ла ял итәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙ уны Ҡырымда балалар өсөн иң яҡшы шифахана итеп эшләрбеҙ. Аҡса һалырбыҙ. Ул бына тигән матур учреждение буласаҡ. Шуға ошо йәһәттән эшләйәсәкбеҙ.

Балалар өсөн «Юбилейный» клиник кардиология шифаханаһы ҡан әйләнеше системаһы, тын алыу юлдары сирҙәре менән яфаланған балаларҙы дауалауға һәм реабилитациялауға махсуслаша. Шифахана эшмәкәрлегенең төп бурысы – Евпатория курортының климат факторҙарын һәм тәбиғи дауалау ресурстарын файҙаланып дауалау үткәреү. Шифахана 1969 йылдан алып эшләй. Ошо осорҙа меңдәрсә кескәй пациент шифахана-курорт дауаһын алған, сәләмәтлеген нығытҡан һәм ял иткән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter