Обычный вид

Яңылыҡтар

06.07.2017 23:47:00

Өфөлә Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы бара

6 июлдә Өфөнөң Конгресс-холында Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форум эшләй башланы. Унда Иран Ислам Республикаһының милләт, дини әҙселек һәм шәриәт хоҡуҡтары мәктәптәренең эштәре буйынса махсус ярҙамсыһы Али Юнеси, Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Мехди Санаи, Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафонов, Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй төбәктәре, эксперттар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.

– Өфөләге осрашыуҙың файҙалы бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә йоғонто яһаясағына, ә башланғыстарығыҙҙың Рәсәй һәм Ирандың төрлө яҡлы хеҙмәттәшлеген тәрәнәйтеүгә өҫтәмә көс бирәсәгенә иҫәп тотам, – тип билдәләне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев форумда ҡатнашыусыларға йүнәлтелгән сәләмләүҙә.

Конгресс-холдың фойеһында Ирандың декоратив-ҡулланма сәнғәте, Ислам Республикаһы һәм Башҡортостан фоторәссамдарының һәм һынлы сәнғәтселәрҙең күргәҙмәләре ойошторолғайны.

Форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.

– Рәсәй һәм Иран араһында тарихи тығыҙ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, социаль-иҡтисади, гуманитар өлкәлә һөҙөмтәле эшмәкәрлек булдырылған. Ирандың Рәсәй төбәктәре, атап әйткәндә, Башҡортостан менән партнерлыҡ уңышлы үҫешә, – тип билдәләне республика етәксеһе. – Иран республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының сит ил партнеры булып тора. Студенттарыбыҙ Иран Илселегенең Мәскәүҙәге саралары сиктәрендә фарсы теле һәм мәҙәниәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша.

Пленар ултырыш тамамланғандан һуң Игорь Баринов һәм Али Юнеси форумдың йомғаҡлау коммюникеһына ҡул ҡуйҙы.

– Рәсәй Федерацияһы һәм Иран бөгөн дуҫлыҡ, иптәшлек, үҙ-ара ярҙам нигеҙендә мөнәсәбәттәр ҡора. Шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙҙе яҡшылап белмәйбеҙ әле. Беҙгә даими осрашып торорға, бер-беребеҙ хаҡында һөйләргә, эшҡыуарлыҡтың, мәҙәниәттең һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙең үҙ-ара эш итеүен күҙалларға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. – Мөнәсәбәттәребеҙ алға табан барыр, тип ышанам. Ирандан тәҡдимдәр килә башланы, уларҙы ҡарайбыҙ һәм, моғайын, барырбыҙ. Ҙур бизнес-делегация ойоштороласаҡ. Былар барыһы ла быйыл һәм киләһе йыл була. Киләсәктә ошондай хеҙмәттәшлек бик ҡыҙыҡлы. Улар тормошҡа ашырылыр, тип уйлайым.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter