Обычный вид

Яңылыҡтар

06.07.2017 15:43:00

Парламентыбыҙ профессиональ кимәлдә эшләй – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышында сығыш яһаны. Ул депутаттарға конструктив эштәре һәм әүҙем эшмәкәрлеге өсөөн рәхмәт әйтте.

– Депутаттар корпусы беренсе ярты йыллыҡта тулыһынса ышаныслы, тыныс, ҡатмарлы хәлдәрҙе сисеп бәхәсһеҙ эшләгәндәрен күрәм. Һис шикһеҙ, былар барыһы артабан да ошо эштең шундай уҡ рәүештә ҡоролосағына айырым бер ышаныс тыуҙыра, – тине төбәк етәксеһе. – Парламентыбыҙ профессиональ кимәлдә эшләй. Был йәһәттән, әлбиттә, шелтә юҡ. Төп парламент бурыстарынан тыш, ҡайһы берҙә хатта хас булмаған, һайланылған биләмәләр өсөн матди, финанс ресурстар табыу менән шөғөлләнәһегеҙ. Был да ғәҙәти эш, шулай булырға тейеш тә. Иң мөһиме – депутаттарыбыҙҙың битараф булмауҙары. Әүҙемлек, үҙенсәлелек, ныҡышмалылыҡ хуплана. Ҡалғаны беҙгә кәрәкмәй.

Киләһе йылдың көҙөндә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙар үтә һәм ошо ваҡиғаға хәҙер үк әҙерләнә башларға, кешеләр менән әүҙем эшләргә, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың күп яҡлылығына төшөнөргә кәрәк, тип билдәләне Республика Башлығы.

– Кешеләргә иҡтисади яҡтан ауыр булған осорҙо үткәреп ебәрергә ярҙам иткән бер төркөм сифатлы ҡарарҙар ҡабул иттек. Ул – кемдәрҙең тәүге балаһы тыуған һәм торлаҡҡа сиратта торғандарға йортло булыу өсөн ресурстар алыу менән бәйле мәсьәләләр. Балалары балалар баҡсаһына йөрөгәндәрҙең барыһына ла ташламаларҙы һаҡлап ҡалдыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Ошо ташламаларҙы бөтөрөп маташылды. Беҙ һеҙҙең менән уларҙың ваҡытын оҙайтыу кәрәклеге тураһында килештек. Рәсәй Финанс министрлығы һәм башҡа финанс ойошмаларҙың оптималләштереүгә, сығымдарҙы кәметеүгә, бюджет өлкәһе йыйнаҡ булһын өсөн хеҙмәттәрҙе аутсорсингка күсерергә ынтылғанын аңлайбыҙ, әлбиттә. Әммә тормош ҡайһы берҙә ғөмүмән икенсе алымдарҙы ҡуша. Тормоштан, кешеләрҙең талаптарынан ситтә эшләй алмайбыҙ.

Үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә ҡағылды, өҫтөнлөклө үҫеш нөктәләрен билдәләне.

– Беҙҙең республика – яҡшы, ҡеүәтле, көслө. Даими рәүештә шул турала һөйләйем һәм һеҙҙе лә сығыштарығыҙҙы ошо тезистарҙан башларға өндәйем. Күтәренке кәйеф мәҙәниәтен булдырырға кәрәк. Ресурстар үҙҙәре бер нимә түгел. Тик кешеләр, социаль күтәренкелек, алға барыу теләге, әлбиттә, уңышҡа өлгәшеү өсөн булышлыҡ итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Юғары технологиялар юғары кимәлдә оптимизм булған ерҙә генә барлыҡҡа килә. Бөтә был заманса технопарктар, индустриаль парктар, «силикон далалар» күтәренке кәйеф, тормошҡа, ижадҡа ынтылыш менән һуғарылған. Ә беҙ инде элеккесә ниндәйҙер һүлпән генә тулҡында киләсәккә барып сығырға тырышабыҙ. Былай булмай. Депутаттар корпусы ошо эштә мөһим, хәл иткес ролде уйнай.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter