Обычный вид

Яңылыҡтар

05.07.2017 18:36:00

Контроль ведомстволарҙың эшмәкәрлеге тикшереүҙәр иҫәбе буйынса түгел, хәүефһеҙлек күрһәткестәрен яҡшыртыу буйынса баһаланасаҡ – Дмитрий Медведев

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында «Контроль һәм күҙәтеү эшмәкәрлегенең реформаһы» өҫтөнлөклө программаһын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында селектор кәңәшмә үткәрҙе, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Премьер-министр ошо теманың әһәмиәтен билдәләне һәм реформаның уңышы күбеһенсә төбәктәрҙә уны үтәү һөҙөмтәлелегенә бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Хөкүмәт Рәйесе һүҙҙәренсә, 2018 йылдан бөтә планға ярашлы тикшереүҙәр бары тик хәүеф категорияһынан сығып уҙғарылырға тейеш, улар буйынса, үҙ сиратында, бөтә күҙәтеү аҫтындағы объекттарҙы бүлергә кәрәк.

– Килешеүебеҙсә, контроль үҙәге – тәү сиратта кеше ғүмеренә һәм һаулығына ҙур зыян килтереү хәүефе булған урындарға. Һәм киреһенсә, хәүеф-хәтәр ҙур булмаған ергә тикшереүҙәр менән йөрөүҙең мәғәнәһе юҡ, – тине Дмитрий Медведев. – Пландан тыш тикшереүҙәрҙә лә ошо алымды ҡулланырға кәрәк.

Контроль һәм күҙәтеү органдарының эшен баһалау нигеҙҙәрен үҙгәртеү реформаның төп йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ.

– Контроль ведомстволарҙың эшмәкәрлеге тикшереүҙәрҙең иҫәбе, һалынған штрафтар һәм матур ҡағыҙ отчеттар күләме буйынса түгел, ә хәүефһеҙлек күрһәткестәрен яҡшыртыу буйынса баһаланасаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. – Шуныһы мөһим, тикшереүҙәр менән генә килмәһендәр, ә ысынлап үлем, йәрәхәтләнеү, ауырыу йәки иҡтисади зыяндың ни тиклем кәмеүен үлсәһендәр. Шундай уҡ нигеҙҙә тейешле кадрҙар ҡарары ҡабул ителәсәк.

Дмитрий Медведев күҙәтеү органдары тарафынан талаптарҙы ҡайтанан ҡарау кәрәклеген билдәләне, уларҙың күптәре иҫкергән. Көҙгә ведомстволар эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән берлектә уларҙы ҡыҫҡартыу һәм актуалләштереү буйынса «юл карталарын» әҙерләргә бурыслы. Бындай бергәләшкән эш эшҡыуарлыҡтың дәүләткә ҡарата ышанысын арттырыуға, властарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың үҙ-ара бәйләнешен яҡшыртыуға өндәлгән.

Буласаҡ эштең төп йүнәлештәренең береһе, Хөкүмәт Рәйесенең һүҙҙәренсә, дәүләт менән идара итеүҙе һанға күсереү, ғәҙәти тикшереүҙәргә ҡарағанда байтаҡҡа тиҙерәк һәм осһоҙораҡ телеметрия, датчиктар, фото һәм видеотеркәү ярҙамында дистанцион контроль алымдарын индереү буласаҡ.

– Реформа һөҙөмтәһендә иң мөһиме контроль философияһының үҙен нигеҙҙән үҙгәртеү бурысы тора. Уны «боҙоуҙы асыҡлау һәм нисек булһа ла уға яза биреү» ҙән эшҡыуарлыҡҡа ҡарата партнерлыҡ һәм «сервис» принцибына үҙгәртеп ҡороу. Боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм зыян килтереүҙе кисектереүгә баҫым яһау, – тип билдәләне Дмитрий Медведев. – Кешеләр һәм, әлбиттә, бизнес үҙе лә реформанан аныҡ һөҙөмтәләр, асыҡлыҡ, заманса алымдар, сифатлы эш, яңы хәүефһеҙлек һәм иҡтисади иреклек кимәлен көтә.

«Контроль һәм күҙәтеү эшмәкәрлегенең реформаһы» өҫтөнлөклө программаһы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса майҙансыҡта тормошҡа ашырылған проекттар исемлегенә ингән. Ул өс этапта ғәмәлгә ашырыла, уларҙың һәр ҡайһыһында һигеҙ проект буйынса аныҡ һөҙөмтәләр өлгәшеү күҙаллана. Ул – граждандарҙың хәүефһеҙлеге өсөн хәүеф-хәтәр юғары булған урындарға тикшереүҙәрҙе йүнәлтеү менән хәүеф-ориентир алымына күсеү; контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау системаһын булдырыу; боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙе көсәйтеү; үтәгәнлекте тикшергән инспекторҙарҙың мотлаҡ талаптарын системалаштырыу; кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу; коррупцияға ҡаршы эш итеү; дәүләт контролен мәғлүмәтләштереү, шулай уҡ төбәк һәм муниципаль кимәлдә күҙәтеүҙең сифатын арттырыу.

Программа сиктәрендә Башҡортостанда уларҙы тормошҡа ашырыуға вәкәләтле төбәк контроль һәм республика башҡарма власть органдары төрҙәренең исемлеге булдырылған; дәүләт контроле объекттарын айырым хәүеф-хәтәр класына индереү критерийҙарын билдәләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнгән; республикала «Рәсәй Федерацияһы субъекттарында контроль-тикшереү эшмәкәрлеген алып барыу» маҡсатлы моделен индереү буйынса саралар планы раҫланған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter