Обычный вид

Яңылыҡтар

29.06.2017 20:33:00

Республиканың Ишембай ҡалаһында кадет корпусын яңыртыу эштәре дауам итә

Ишембайға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округының Рәсәй геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусын яңыртыу эштәренең барышы менән танышты.

Корпус 2013 йылдың июлендә Республика кадет мәктәп-интернаты нигеҙендә ойошторолған. Белем биреү йортоноң профиле – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре өсөн белгестәр әҙерләү. Бында Башҡортостандың 40 район-ҡалаһынан, шулай уҡ Рәсәйҙең 11 төбәгенән 320 самаһы бала уҡый. Улар араһында – тулы булмаған, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балалар.

Төп бина 1960 йылда төҙөлгән. 2014 йылдан кадет корпусының инфраструктураһын яңыртыу башланды. 2015 йылда 320 урынлыҡ яңы ятаҡ һәм һауа-десант ҡаласығы файҙаланыуға тапшырылды. 2016 йылда 160 урынлыҡ ашхана бинаһы яңыртылды, 1-се дөйөм ятаҡты уҡытыу-администрация корпусына үҙгәртеп, капиталь ремонт эшләнде.

Уҡытыу корпусы былтырҙан капиталь ремонтҡа бикле. Тендерҙы отҡан төҙөүсе ҡыйыҡты һәм башҡа һүтеү эштәрен башҡарып, үҙенең финанс проблемалары сәбәпле объекттан китә. 2017 йылдың июлендә яңы аукцион уҙғарыласаҡ һәм яңы төҙөүсе менән килешеү төҙөләсәк. 2017 йылдың аҙағына тиклем яңыртыу эштәре тамамланыр тип күҙаллана.

Ремонт эштәре уҡытыу процесында сағылыш тапмаҫҡа тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы һәм бында Ишембай уҡыусыларын уҡтыу мөмкинлеген өйрәнергә тәҡдим итте.

– Әлеге ваҡытта уҡытыу процесы лайыҡлы, яҡшы ойошторолған. Шуға ҡарамаҫтан, ошо бинаны яңыртабыҙ, өҫтәмә уҡыу майҙандары алырбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә ул майҙандар нормативы буйынса артыҡ килеп сығасаҡ. Ни өсөн ятаҡта мохтажлығы булмаған Ишембай балаларын ошонда йыя алмайбыҙ. Мотлаҡ рәүештә кадет профиле буйынса түгел.

Төбәк етәксеһе сентябрҙә, уҡыу йылы башына файҙаланыуға тапшырыу күҙалланған төҙөлөп ятҡан футбол майҙансығын ҡараны. Бынан тыш, биләмәне төҙөкләндереү – асфальт түшәү, шаҡмаҡлап ваҡланған таш һалыу, ылыҫлы ағастар ултыртыу эштәре алып барыла, тип хәбәр итте кадет корпусы директоры Виталий Рогач. Республика Башлығы төҙөлөп ятҡан объекттарҙың хаҡын тикшереп, ошо һорауҙарға иғтибарлыраҡ ҡарарға һәм арттырылған хаҡтарҙан һаҡланырға кәрәклеген билдәләне.

Кадеттар яҡында урынлашҡан «Ҡайын сауҡалығы» скверында ла шөғөлләнә. Унда велосипедсылар һәм йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ, теннис, скейт майҙансығы төҙөлгән. Шунда уҡ заманса күп функциялы «Батыр» физкультура-сәләмәтләндереү комплексы һалынған. Унда мини-футбол, волейбол, баскетбол менән шөғөлләнеү өсөн спорт залдары, биш юл менән 25 метрлыҡ бассейн, кардио һәм көс тренажерҙары, гимнастика залдары урынлашҡан.

«Батыр» физкультура-сәләмәтләндереү комплексы директоры Руслан Ялиевтың һүҙҙәренсә, кадеттарҙан тыш, спорт комплексҡа көн һайын Ишембайҙа йәшәүсе 300-400 кеше йөрөй. Республика Башлығы бассейнға абонементтың хаҡы менән ҡыҙыҡһынды, спорт ҡоролмаһының сығымын ҡаплау мәсьәләләрен тикшерҙе.

Киләсәктә «Ҡайын сауҡалығы»нда боҙ майҙансығын, шулай уҡ йүгереү һуҡмағын, ҡаяға үрләү, янғын башняһын һәм ҡотҡарыусылар әҙерләү өсөн башҡа объекттарҙы үҙ эсенә аласаҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының уҡытыу-күнекмә комплексын төҙөү ҡарала.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter