Обычный вид

Яңылыҡтар

29.06.2017 17:28:00

Ишембайҙа катализатор заводында уникаль тергеҙеү технологияһы индерелгән

Ишембайға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөнгө көнгә илебеҙҙә иң ҙур крекинг катализаторҙар етештереүселәрҙең береһендә – Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводында булды.

Һуңғы дүрт йыл эсендә төбәк етәкселеге булышлығында завод яңыса ҡоролдо. Ул уның Рәсәй баҙарындағы хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. Атап әйткәндә, 2014 йылда уҡ бөртөклө крекинг катализаторҙарын етештереү эшләтеп ебәрелде. Продукттың юғары сифаты Рәсәй нефть эшкәртеү заводтарына ҡайһы бер катализатор төрҙәре буйынса тулыһынса тиерлек сит ил аналогтарын ҡулланыуҙан баш тартырға мөмкинлек бирҙе.

– Республикала урындағы етештереүселәргә иғтибарлы ҡарайҙар, – тип билдәләне предприятие директоры Александр Бодрый Рөстәм Хәмитовҡа заводҡа күрһәтелгән ярҙамы өсөн рәхмәт әйтеп.

2017 йылдың башында заводта йылына 6 000 тонна ҡеүәте менән гидротаҙартыу һәм гидрокрекинг катализаторҙарын элекке хәленә ҡайтарыу буйынса ҡоролма файҙаланыуға тапшырылған. Тергеҙеү технологияһын үҙ ғилми-тикшеренеү үҙәге әҙерләгән һәм ул элекке хәленә ҡайтарылған катализаторҙың әүҙемлеген тулыһынса яңыртырға мөмкинлек бирә.

Рөстәм Хәмитов катализаторҙарҙы элекке хәленә ҡайтарыу ҡоролмаһын ҡараны, предприятиеның ғилми-тикшеренеү үҙәгендә булды. Завод вәкилдәре менән әңгәмәлә төбәк етәкселеге бер нисә йыл элек ҡуйылған пландарҙың күпмегә үтәлгәне һәм киләсәккә ниндәй үҫеш бурыстары менән ҡыҙыҡһынды.

Александр Бодройҙың һүҙҙәренсә, ҡайһы бер продукттар буйынса завод тулы ҡеүәттә эшләй. Артабанғы үҫеш БДБ илдәре һәм алыҫ сит ил баҙарҙарын үҙләштереү менән бәйле. Әлеге ваҡытта мөмкин булған партнерҙар сифатында Белоруссия заводтары ҡарала.

Шуның менән бер рәттән предприятие етәкселеге Рәсәй предприятиелары менән оҙаҡ сроклы нигеҙҙә үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалыу өҫтөндә эшләй.

– Эре ҡулланыусылар яғынан ышанмау проблемаһы бар, – тип билдәләне Александр Бодрый. – Шуға алдыбыҙҙа продукциябыҙҙың сифаты бөгөн донъялағы иң яҡшы өлгөләрҙән бер ни тиклем ҡалышмауын раҫлау бурысы тора.

Әммә, директор билдәләүенсә, ул иҡтисади ғына түгел, ә сәйәси йәһәттән да бик ҡатмарлы бурыс. Сит ил етештереүселәре һәм тәьмин итеүселәре тарафынан илебеҙ сәнәғәте үҫешен тотҡарлауға йүнәлтелгән демпинг сәйәсәте менән бәйле миҫалдар бар.

Ошо шарттарҙа завод коллективы катализаторҙарҙың сифатын һәм һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек биргән яңы өҫтәмәләр сығарыу өҫтөндә эшләй. Яңы ҡорамал һатып алыу менән лаборатория комплексы ла үҫешә. Был продукттарҙың төрлөлөгөн артабан да камиллаштырыу өсөн яҡшы башланғыс.

Әле предприятие һәйбәт эшләй, әммә өлгәшелгән кимәлдә туҡтамау мөһим, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Шул уҡ ваҡытта, ил ҙурлығында стратегик етештереүгә ярҙам республика тарафынан артабан да һаҡланасаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter