Обычный вид

Яңылыҡтар

28.06.2017 12:46:00

Башҡортостан «Башнефть» компанияһының төбәк пакетына эйә булған ике йыл самаһы эсендә 20 миллиардтан ашыу дивиденд алды – Рөстәм Хәмитов

Республика 25 процентлыҡ пакетҡа плюс бер акцияға эйә булған ике йыл самаһы эсендә 20 миллиард һумдан ашыу дивиденд һәм хәйриә ярҙамын алды ла инде. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов «Россия 24» телеканалына биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе, «Башнефть» компанияһының төбәк пакетын һатыу буйынса позиция тураһында һорауға яуап биреп.

– Кем алтын йомортҡа һалған тауығын һата һуң? – тип һораны Башҡортостан башлығы.

2017 йыл йомғаҡтары буйынса ошо һан 30 миллиард һумға етәсәк, «был – бик ҙур ресурстар, шул арҡала беҙ республикала байтаҡ әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итә алдыҡ», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

– Ошо пакетты һаҡлап ҡалыу, «Роснефть» компанияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлекте дауам итеү, бер үк ваҡытта «Башнефть» компанияһына нефть, газ химияһында, нефть эшкәртеүҙә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү беҙҙең өсөн мөһим булып ҡала, тип әйтә алам, – тип билдәләне төбәк башлығы.

Был йәһәттән оҙаҡ эшләргә мөмкин, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов һәм «бындай форматтағы эш «Роснефть», «Башнефть» компаниялары, Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы өсөн дә уңайлы һәм уңышлы булыр, тип ышана, сөнки бөгөн улар ошондай партнерҙарҙың ярҙамын тоя».

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter