Обычный вид

Яңылыҡтар

27.06.2017 18:38:00

Рөстәм Хәмитов «Арт-КВАДРАТ» проекты менән танышты

Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Арт-КВАДРАТ» креатив ҡала киңлеген булдырыу проекты менән танышты.

Проект Өфөнөң тарихи үҙәгендә – Чернышевский, Мостай Кәрим, Коммунистик һәм Ленин урамдары менән сикләнгән кварталда ижади кластерҙы барлыҡҡа килтереүҙе күҙ уңында тота. Уны ғәмәлгә ашырыу барышында 30-ҙан ашыу бина төҙөкләндереләсәк һәм яңыртыласаҡ, туранан-тура йәйәүлеләр өсөн юл һалынасаҡ. Ғәмәлдәге авария хәлендәге йорттар яңы һулыш аласаҡ. Бында офистар, магазиндар, кафе, ресторандар, оҫтаханалар, художество салондары, коворкинг-зоналар һәм башҡа ижтимағи һәм ижади киңлектәр урынлашасаҡ.

«Арт-КВАДРАТ» креатив йәштәрҙе йәлеп итеү урыны, Өфө халҡы өсөн ысын ял итеү зонаһы һәм ҡаланың тағы ла бер ижади үҙәге буласаҡ тип күҙаллана. Бында лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, кино күрһәтеүҙәр, йәрминкәләр, дизайнер һәм архитектура фестивалдәре, ижади күргәҙмәләр, концерттар үтәсәк. Әле уҡ бында проектты тормошҡа ашырыуҙа алдынғы урам рәссамдары, архитекторҙар ҡатнаша. «Арт-КВАДРАТ»та бейеү фестивалдәре, шиғри кисәләр, йәрминкәләр һәм байтаҡ ҡатнашыусыларҙы йәлеп иткән башҡа саралар уҙа.

«Арт-КВАДРАТ» ҡала халҡында ихтыяжлы буласаҡ, тип ышана проект инициаторҙары, сөнки алдынғы университеттарға һәм башҡа уҡыу йорттарына, ҙур бизнес-үҙәктәргә, сауҙа комплекстарына һәм эшлекле тормош менән йәшәүсе урамдарға һәм күңел асыу йорттарына яҡын урынлашҡан. Бында хәҙер үк ошо биләмә тирәләй йәйәүлеләр трафигы тәүлегенә 25 мең кеше тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов «Арт-КВАДРАТ» етәкселеге менән проектты тормошҡа ашырыу буйынса проблемалы мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереүҙе, инженер селтәрҙәрен төҙөүҙе, биләмәне төҙөкләндереүҙе тикшерҙе. Төбәк Башлығы ҡала власы, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар менән ижади киңлекте төҙөү буйынса көстө тупларға ҡушты.

– Ҙур, яңы проект. Былар барыһы ла дөрөҫ, бөтөнләй һәйбәт. Беҙгә туристар, сауҙа, мәғариф, мәҙәниәт кәрәк. Әммә эш күләме бик ҙур, – тине республика етәксеһе. – Барыһын да тикшерергә һәм бергәләп эшләргә кәрәк. Бәлки дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында уйланыу урынлы булыр.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter