Обычный вид

Яңылыҡтар

22.06.2017 23:27:00

Алмазбәк Атамбаев Рөстәм Хәмитовҡа бергәләп Путин түбәһенә күтәрелергә тәҡдим итте

Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Тиҙ арала табыш биргән иҡтисад өлкәләренә баҫым яһарға кәрәк. Бөгөн һәм иртәгә ҡайҙа алға китеш булырҙай йүнәлештәрҙе тикшерербеҙ, бындай үҫеш нөктәләрен табырбыҙ тип уйлайым, – тине Ҡырғыҙстан Президенты осрашыу һуңынан журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Башҡортостан Башлығының фекеренсә, Ҡырғыҙстандан республикабыҙға тауар индереү өҫтөндә күберәк эшләргә кәрәк. Тәү сиратта, ул – емеш-еләк һәм туристик тармаҡ хеҙмәттәрен күрһәтеү менән башҡа йүнәлештәр, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Төбәк Башлығы иҫәпләүенсә, «ял итергә Ҡырғыҙстанға барыу зарур. Беҙҙә әлегә бәләкәй отрядтар менән ете меңлекте яулаған альпинистар бар, был ағым үҫергә тейеш».

– Алмазбәк Шаршенович менән бергә беҙҙең хыял бар – тау түбәһенә үрләү. Ныҡ юғарыға түгел, ә дүрт меңлеккә күтәрелергә теләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. Алмазбәк Атамбаев Владимир Путиндың түбәһенә күтәрелергә тәҡдим итте.

Дуҫ ил альпинистарҙы ғына түгел, башҡаларҙы ла көтөп ҡала, тип билдәләне Ҡырғыҙстан башлығы.

– Ысыҡкүл буйында халыҡ-ара аэропорт төҙөнөк. Томск, Новосибирск беҙгә рейстар асты. Һеҙгә лә асырға ваҡыт. Беҙҙә Египетҡа йәки Анталияға ҡарағанда күңеллерәк буласаҡ. Менталитет бер, дәүләт ҡырғыҙ теле менән рәсми телебеҙ рус. Беҙҙә барыһы ла яҡшы, ҡом да алтын.

Белешмә:

4446 метр бейеклектә Владимир Путин исемендәге түбә Ҡырғыҙстанда Бешкәктән 100 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Тянь-Шань тауҙарында урынлашҡан. Әлегә тиклем был түбәне һандар менән исемләгәндәр. 2010 йылдың декабрендә Ҡырғыҙстан депутаттары төркөмө ошо исемһеҙ тауҙы Владимир Путиндың исеме менән йөрөтөргә тәҡдим итте. Район депутаттарының тәҡдимен Ҡырғыҙстан хөкүмәте күтәреп сыҡты. 2010 йылдың 24 декабрендә Ҡырғыҙстан премьер-министры Алмазбәк Атамбаев Тань-Шань түбәләренең береһенә «Владимир Путин» тигән географик атаманы биреү тураһындағы закон проектына ҡул ҡуйҙы. 2011 йылдың 17 февралендә Ҡырғыҙстан парламенты хөкүмәт башланғысын хупланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter