Обычный вид

Яңылыҡтар

22.06.2017 16:21:00

Башҡортостан Башлығы 2019 йылда Өфөлә Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2019 йылда Өфөлә 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, уйындар Башҡортостандың баш ҡалаһында 2019 йылдың июнь-июль айҙарында үтә.

Указ менән ярыштарға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланған. Республика Хөкүмәтенә ойоштороу комитеты менән берлектә 2017 йылдың 1 декабренә ҡәҙәр тейешле саралар планын һәм сығымдар сметаһын әҙерләргә һәм раҫларға, сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылған.

Ҡала хакимиәтенә уйындарға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса эшсе төркөм (дирекция) булдырырға һәм раҫларға кәңәш ителгән.

2019 йылғы Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарына ун дисциплина буйынса ярыштар инәсәк. Улар Башҡортостандың баш ҡалаһында урынлашҡан спорт объекттарында уҙасаҡ.

Алдан Өфө 2013 йылда VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын ҡабул итте. Ярыштарҙа донъяның 20 иленән 60 ҡаланың йыйылма командалары ҡатнашты. Спортсылар ете спорт төрө буйынса 170-ләп миҙал отто.

Башҡортостандың баш ҡалаһы донъяла Халыҡ-ара балалар уйындары тарихында ҡышҡы һәм йәйге уйындарҙы ҡабул иткән берҙән-бер ҡала буласаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter