Обычный вид

Яңылыҡтар

20.06.2017 20:25:00

Башҡортостанға Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев килә

22-23 июндә Башҡортостан Республикаһына Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев килә.

Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Алмазбәк Атамбаев менән осрашасаҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙә Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфөлә Ҡырғыҙ Республикаһы сәнғәт оҫталарының концерты үтәсәк.

20 июндә Кремлдә Владимир Путин Алмазбәк Атамбаев менән һөйләште. Ҡырғыҙ Республикаһы башлығы Рәсәйгә дәүләт сәфәре менән килгән.

Әңгәмә барышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Һуңыраҡ һөйләшеү делегация ағзалары ҡатнашлығында дауам итте.

Һөйләшеү башланыр алдынан рәсми рәүештә осрашыу тантанаһы үтте. Ике дәүләт башлығы үҙ делегацияһы ағзалары менән таныштырҙы.

Сәфәр һөҙөмтәһендә хеҙмәттәшлек тураһында ведомство-ара килешеү төҙөлдө. Владимир Путин һәм Алмазбәк Атамбаев Рәсәй Федерацияһы менән Ҡырғыҙ Республикаһы араһында союздашлыҡты һәм стратегик партнерлыҡты нығытыу хаҡындағы Декларацияға ҡул ҡуйҙы.

Һуңыраҡ Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев һәм Рәйсә Атамбаеваның килеүе хөрмәтенә Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән төшкө аш булды.

Был сараларҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter