Обычный вид

Яңылыҡтар

14.06.2017 19:07:00

Рөстәм Хәмитов онкология ауырыуҙарын иртә асыҡлау буйынса программа әҙерләргә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов онкология ауырыуҙарын иртә асыҡлау буйынса төбәк программаһын әҙерләргә тәҡдим итте. Был турала ул Өфөлә IX Рәсәй онкологтары съезының пленар ултырышында белдерҙе.

– Төбәктәрҙә халыҡтың бөтә дөйөм диспансеризацияһының мотлаҡ өлөшө булараҡ онкология ауырыуҙарын иртә асыҡлау буйынса ҙур программа әҙерләргә кәрәк, – тине республика етәксеһе. – Ул сәнәғәт, нефть-газ химияһы, сығарыу сәнәғәте, металлургия предприятиеларының, башҡа һаулыҡ өсөн хәүефле етештереү тармаҡтарының корпоратив яуаплылығы өлөшөнә әйләнергә тейеш.

Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, онкология ауырыуҙары менән хәл тотош илдәге кеүек төбәктә лә ҡатмарлы булып ҡала. Яман шештән үлем ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан һуң икенсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта республикала һәр икенсе ауырыу осрағы иртә стадияла асыҡлана. Мәҫәлән, 2016 йылда 6,5 меңдән ашыу яман шеште ваҡытында асыҡлап булған, ул һауығып китергә күберәк мөмкинлек бирә.

Башҡортостанда онкология хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне республика Башлығы. 2014 йылдан Өфөлә илдәге дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә асылған радио-хирургия алымы менән дауалау өсөн «Кибер-бысаҡ» ҡулайламаһы булған позитрон-эмиссия томографияһы үҙәктәренең береһе эшләй.

– Хәҙер дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында Республика онкология үҙәгенең радио-терапия бүлеге төҙөлә. Поликлиника менән яңы палаталар корпусын проектлау эше тамамланған. Ул ҙур төҙөлөш буласаҡ. Уның хаҡы 2 миллиард һумдан артып китә, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Проект, майҙансыҡ әҙер. Берҙән-бер етешһеҙлек – беҙ конкурс процедураларында туҡталдыҡ. Бер йылға яҡын ошо административ ҡаршылыҡты еңеп сыға алмайбыҙ. Әҙерлек циклын тамамлап килгәндә бер нисек тә төҙөлөш майҙансығына сыға алмауыбыҙ үкенесле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бюрократия ҡайһы берҙә хатта һаулыҡ һаҡлауҙа ла йәмғиәт талаптарынан көслөрәк.

Өфөлә алдағы айҙарҙа асыласаҡ медицина-генетика үҙәге яман шеш ауырыуҙарын ваҡытында асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә булышлыҡ итәсәк.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онкология сире менән яфаланыусыларҙың бөтәһенә лә ярҙам итеп булмай. Төбәктәрҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында ла сифатлы ашығыс һәм паллиатив ярҙам менән заманса хоспистар селтәрен төҙөргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың пациенттарын ирекле йәмәғәт ойошмаларының социаль-психологик ярҙамына әүҙемерәк йәлеп итеү мөһим. Республикала ҡаты ауырыған балаларға ярҙам итеү хәйриә фондтарының уңышлы эш итеү миҫалдары бар. Әлбиттә, был эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтергә, йәмғиәтебеҙ сит кешенең ауыртыуына шәфҡәтлерәк, кешелеклерәк, хәстәрлерәк булһын өсөн булышлыҡ итергә кәрәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter