Обычный вид

Яңылыҡтар

17.06.2017 16:50:00

Дүртөйлөлә кинотеатр булдырыуға федераль ҡаҙнанан 15 миллион һум бүленгән

Дүртөйлөгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2015 йылдың октябрендә асылған «Таныш» сауҙа-сервис комплексында булды. 10 мең квадрат метр майҙанда сауҙа павильондары, кафе һәм ресторандар, матурлыҡ салондары, балалар өсөн уйын зоналары һәм башҡалар урынлаштырылған. Аҙыҡ-түлек супермаркетында республика етештереүселәренең тауарҙары тәҡдим ителгән.

Рөстәм Хәмитов комплексҡа килгәндәр, шулай уҡ сауҙа-сервис комплексы майҙанын ҡуртымға алған эшҡыуарҙар менән аралашты. Уларҙың һүҙҙәренсә, ҡалала урындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа үҫергә ҡамасаулап, федераль сауҙа селтәрҙәренең баҫымы күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың кәштәләрендә республикала етештерелгән продукция юҡ тиерлек.

Комплекстың өсөнсө ҡатында заманса кинотеатр урынлашҡан, ул былтыр йәйгеһен эшләй башланы. Уға 144 урынлыҡ ҙур премьера һәм ике 79 урынлыҡ бәләкәй зал инә. Көн һайын кинотеатрға 200-ләгән кеше йөрөй. Өс кинозалды йыһазландырыу өсөн Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды тарафынан ғәмәлгә ашырылған программа буйынса федераль ҡаҙнанан 15 миллион һум бүленгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter