Обычный вид

Яңылыҡтар

15.06.2017 17:34:00

Рөстәм Хәмитов дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнашты.

Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте төбәктең дөйөм белем учреждениеларында уҙғарған тикшереү йомғаҡтары буйынса дәреслектәр һәм методик әсбаптар ҡулланыу, уҡытыу процесын нормаға һалыу, ҡайһы бер мәктәптәрҙең локаль акттары мәғариф тураһындағы федераль һәм республика ҡануниәте нормаларына тап килмәүе йәһәтенән ҡануниәт нормаларын боҙоу осраҡтарын асыҡлаған, тип билдәләнде кәңәшмәлә.

Башҡортостанда дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен өйрәнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Квалификациялы педагогик һәм ғилми кадрҙар, яҡшы матди-техник база бар. Федераль һәм республика ҡануниәттәрен теүәл үтәп, туған телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән уҡыусыларҙың ихтыяждарын тәьмин итеү мәғариф менән идара итеү органдары һәм белем биреү ойошмалары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөгө булырға тейеш. Бигерәк тә ғәмәлдәге хоҡуҡи даирә был эште лайыҡлы кимәлдә ойошторорға мөмкинлек бирә.

Теги:

мәғариф
ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter