Обычный вид

Яңылыҡтар

02.06.2017 15:58:00

Республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн реабилитация үҙәге төҙөләсәк

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн заманса реабилитация үҙәген төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова хәбәр итте.

– Беҙ системалы ҡарарҙарҙы тикшерҙек. Был ҙур реабилитация үҙәген төҙөү. Ҡарар республика етәксеһе тарафынан ҡабул ителгән дә инде, һәм был бик мөһим, – тине балалар омбудсмены. – Республиканың ҙур, күп һанлы булыуын иҫәпкә алып, әлеге проблеманы ошо хеҙмәттәр менән Өфөлә йәки яҡындағы төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән тыш башҡалар ҙа файҙалана алһын өсөн ҡунаҡханалар комплексы менән хәл итергә мөмкин.

Республика башлығы үҙәктең проекты булыуын хәбәр итте. Төҙөлөш республика ҡаҙнаһы ресурстары иҫәбенә алып барыласаҡ.

– 2020 йылға тиклем тайпылыштары, һаулығы буйынса проблемалары булған балаларға реабилитация үҙәген асыу өсөн киләһе йылда төҙөлөш эштәрен башларбыҙ тип уйлайым. Унда эргәләрендә әсәләрҙең булыуы мөһим, шуға күрә бер үк ваҡытта ҙур булмаған ҡунаҡхана комплексын планлаштырабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ошо эш кәрәк. Беҙҙә әле һәйбәт, заманса реабилитация үҙәге юҡ. Майҙансыҡ һайларбыҙ, төҙөлөш өсөн урын бар: Өфөлә, уның янында, йәки башҡа ҡалала, бәлки, Стәрлетамаҡта, Салауатта. Быны мотлаҡ тикшерәсәкбеҙ. Минеңсә, кәм тигәндә 100-150 урын булыр.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter