Обычный вид

Яңылыҡтар

01.06.2017 15:05:00

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ Ғаилә министрлығын булдырыуға яҡынаябыҙ»

Башҡортостанда Ғаилә министрлығы булдырылыуы ихтимал. Был турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов I Республика ата-әсәләр форумында сығыш яһағанда белдерҙе.

– Беҙ Хөкүмәттә бөгөн Рәсәй ғаиләһенең проблемаһын йәмәғәтселек ярҙамы менән генә хәл итә алмайбыҙ тигән фекергә килдек. Беҙгә көн һайын ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү менән шөғөлләнгән махсус дәүләт структураһы кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Яңыраҡ әлегә шартлы – Ғаилә министрлығын булдырыуға яҡынайыуыбыҙ хаҡында әйткәйнем инде. Республика кимәлендә тейешле хоҡуҡи документтарҙы ҡабул итергә һәм ошондай структура ойоштороуға яҡынбыҙ.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бындай структураның кәрәклеге бөгөн әсәлек, балалыҡ, ғаилә мөнәсәбәттәре мәсьәләләре һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарына, башҡа ведомстволарға бүлеп биреү менән бәйле.

– Беҙгә ошоларҙың барыһын бергә йыйырға, белемле кешеләрҙе тупларға, әгәр улар етмәй икән, уҡытырға кәрәк. Артабан алдыбыҙҙа торған мәсьәләләрҙе хәл итә башлау зарур, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – Ошондай министрлыҡ, дәүләт комитеты йәки агентлыҡ был өлкәлә икенсе төрлө, башҡа  принциптарҙан сығып эшләргә мөмкин икәнлеген күрһәтәсәк. Финанс ресурстарын бүлеү, отчёттар яҙыу менән шөғөлләнергә түгел, ә ысындан да ғаилә мөнәсәбәттәре йәһәтенән иҡтисадтағы тәртипһеҙлекте бөтөрөргә. Беҙҙә ғаилә темаһы менән профессиональ шөғөлләнгән, һәр тораҡ пунктта, муниципалитетта йәки ҡала округында нимә барғанын белгән кешеләр буласаҡ.

Рөстәм Хәмитов сығышының тулы стенограммаһы республика башлығының рәсми сайтында баҫылған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter