Обычный вид

Яңылыҡтар

29.05.2017 09:51:00

Республика етәксеһе Урмансылар паркында экологик өмәлә ҡатнашты

27 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Экология йылы сиктәрендә республиканың Урмансылар исемендәге парк биләмәһендә шәмбе өмәһендә ҡатнашты.

Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнөнә бағышланған өмәлә дәүләт власы һәм муниципалитет органдары вәкилдәре: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Секретариаты, республика Хөкүмәте Аппараты, Өфө Советы һәм хакимиәте, Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе коллегалары менән бергә биләмәне таҙартты һәм зәңгәр шыршы үҫентеләрен ултыртты. Һуңынан Рөстәм Хәмитов урман паркын төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәрҙе тикшерҙе, ял итеү, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡараны.

2014 йылда республика етәксеһенең башланғысы буйынса Өфөләге Урмансылар паркы тәртипкә килтерелде. Төҙөкләндереү сиктәрендә ут үткәрелде, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн 9 саҡрым оҙонлоҡта һуҡмаҡ һалынды, яңы эскәмйәләр ҡуйылды, видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылды. Ял итеү зонаһында пикник өсөн майҙансыҡ, автопарковка, спорт һәм балалар майҙансыҡтары эшләй. Вольерҙарҙа айыу, төлкө, ҡыр сусҡаһы, һеләүһен һәм башҡа йәнлектәр йәшәй. Шулай уҡ бында Урман музейы урынлашҡан, ул Өфө урман хужалығына ҡарай.

Бөгөн Урмансылар паркы – ҡала халҡының ғаилә менән ял итеү өсөн иң популяр урындарҙың береһе. Шул рәүешле бында биләмәне матурлау, яңы әүҙемлек төрҙәрен ойоштороу буйынса эштәр дауам итә. Мәҫәлән: оҙаҡламай урман паркында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уйын майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter