Обычный вид

Яңылыҡтар

26.05.2017 13:55:00

Рөстәм Хәмитов Бәләбәйҙә Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының күсмә ултырышын үткәрҙе

25 майҙа Рөстәм Хәмитов Бәләбәйгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда инвесторҙар – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең потенциаль резиденттары ҡатнашты.

Моноҡалаларҙы үҫтереү мәсьәләһенә федераль кимәлдә ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Тейешле программа ҡабул ителгән. Һәр моноҡалала инвестициялар күләме, эш урындары булдырыу, ҡала мөхитен төҙөкләндереү буйынса маҡсатлы күрһәткестәр билдәләнгән.

Башҡортостан ошо процеста әүҙем ҡатнаша. Республикала ике йылдам үҫеш биләмәһе билдәләнгән, ул – Күмертау һәм Бәләбәй. Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек яйға һалынған.

— Беҙгә ысын инвесторҙар, алға әйҙәүселәр кәрәк. Ҡалаларҙағы хәл күҙгә күренеп яҡшырырға тейеш. Ярты йыл эсендә ғәйәт ҙур аҙым эшләп булмауы аңлашыла, әммә ҡалаларҙа кәйеф яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Потенциаль инвесторҙарға мөрәжәғәт итәм. Бында, ошо биләмәлә, бушлай аҡса таратылмай. Бында эшләргә кәрәк. Әммә беҙ һеҙгә, тырышып эшләргә килгәндәргә ярҙам ҡулы һуҙырбыҙ. Әммә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары статусында байырға теләүселәргә бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ тип әйтәм.

Республика Башлығы муниципалитет башлыҡтарының иғтибарын инвесторҙар йәлеп итеүгә генә түгел, төҙөкләндереү, инфраструктураларҙы яңыртыу менән дә шөғөлләнеүгә йүнәлтергә ҡушты.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков төбәктең монобиләмәләрен – Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Белорет, Учалы һәм Благовещен ҡалаларын үҫтереү буйынса төп саралар менән таныштырҙы. Бөгөн уларҙа республика халҡының ундан бер өлөшө йәшәй.

Монопрофилле берәмектәр биләмәһендә дөйөм 64,5 миллиард һумлыҡ 47 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Алты йыл дауамында 7 меңдән ашыу эш урыны булдырыу күҙаллана. Йыл һайын сәнәғәт етештереүе күләменең артыуы күҙәтелә, ҡайһы бер моноҡалаларҙа ул уртаса республика кимәленән артып китә.

Министр хәбәр итеүенсә, монобиләмәләрҙе үҫтереү өс йүнәлеш буйынса ғәмәлгә ашырыла. Был – «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» федераль өҫтөнлөклө программаларҙың бурысын үтәү, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының финанс ярҙам сараларын ҡулланыу һәм йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу.

Моноҡалалар хаҡында һүҙ йөрөткәндә, төбәк етәксеһе «мөһим объекттарҙы яңыртыуға етди ҡарарға» өндәне. Был биләмәләр һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларын ремонтлауҙа өҫтөнлөклө булырға тейеш.

— Беҙ һеҙҙең менән һынау майҙансыҡтары эшләйбеҙ, уларға ҡарап башҡа төбәктәр ҙә өлгө аласаҡ, – тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов.

Ултырыш барышында республиканың Нефтекама, Белорет, Благовещен һәм Учалы райондары башлыҡтары сығыш яһаны. Улар инвестиция йәлеп итеү буйынса төп саралар хаҡында һөйләне.

Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы республиканың инвестициялар йәлеп итеү һәм моноҡалаларҙы үҫтереү йәһәтенән дөрөҫ йүнәлештә барыуын билдәләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter