Обычный вид

Яңылыҡтар

25.05.2017 17:33:00

Рөстәм Хәмитов сығарылыш класс уҡыусыларын мәктәпте тамамлауҙары менән ҡотланы

25 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бәләбәйгә эш сәфәре барышында «Һуңғы ҡыңғырау-2017» байрамында булды һәм ҡаланың һәм райондың сығарылыш класс уҡыусыларын мәктәпте тамамлауҙары менән ҡотланы.

– Бөгөн һеҙҙең өсөн бик мөһим көн – мәктәптәрҙә, гимназияларҙа уҡыу йылы тамамлана. Мәктәбегеҙҙе, уҡытыусыларығыҙҙы ғүмер буйына онотмаҫһығыҙ, тип ышанам. Был һеҙҙең хәтерегеҙҙә матур бер мәл булып ҡаласаҡ. Ошо хистәр күңелегеҙ түрендә мәңге һаҡланыр, тип өмөтләнәм, – тине Рөстәм Хәмитов. – Белем биргән, нисә йылдар буйына һәм көн һайын һеҙҙең менән эшләгән, иң мөһиме, ысын кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышҡан уҡытыусыларға ла рәхмәт әйткем килә.

Быйылғы уҡыу йылында Бәләбәй районының дөйөм белем биреү мәктәптәрен 358 уҡыусы тамамлай, уларҙың 75-е «Уҡыуҙағы яҡшы уңыштары өсөн» миҙалына дәғүә итә.

Һуңғы ҡыңғырау биреү хоҡуғы Башҡортостан Башлығы стипендиаты, Бәләбәйҙәге 1-се гимназияның 11 класс уҡыусыһы, физика, информатика, математика буйынса халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика олимпиадалары еңеүсеһе Александр Козловҡа һәм 8-се мәктәптең 1 класс уҡыусыһы Динә Билаловаға тапшырылды.

Байрам тамамланғас, Рөстәм Хәмитов уҡытыусылар, сығарылыш класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек барышын тикшерҙе һәм имтихандарҙа уңыштар теләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter