Обычный вид

Яңылыҡтар

25.05.2017 17:31:00

Республика Башлығы «Өфө» футбол клубының спорт объекттарында булды

24 майҙа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубының спорт объекттарында булды.

«Нефтсе» стадионында төбәк етәксеһе тейешле инфраструктура булдырыу буйынса эш һөҙөмтәләре менән танышты.

Уҙған миҙгел дауамында фитнес-үҙәк һәм кафе биналары үҙгәртеп ҡоролған һәм йүнәтелгән, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, тип хәбәр итте «Өфө» футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов. 2017 йылдың 1 апрелендә «Нефть» фитнес-клубы асылды, унда шәхси күнекмәләр һәм төркөм программалары өсөн залдар ҡаралған, сайкл, кросс-тренинг, күнекмә залдары, массаж бүлмәһе бар.

Рөстәм Хәмитов үҙәктең төп һәм өҫтәмә бүлмәләрен ҡараны, кафела хаҡтар һәм аҙыҡ-түлектең сифаты менән ҡыҙыҡһынды.

Яңыртыуға мохтаж инфраструктура объекттары иҫәбендә – физкультура-һауыҡтырыу бинаһы. Әлеге ваҡытта унда спорт һәм тренажерҙар, атлетика гимнастикаһы залдары эшләй. Шамил Ғәзизов әйтеүенсә, хәҙер физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт майҙансыҡтарын яңыртыу һәм киңәйтеү хаҡында мәсьәлә ҡарала, ул бында яңы, шул иҫәптән балалар өсөн секциялар асырға, шөғөлләнергә килеүселәрҙең һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

«Өфө» футбол клубының Рәсәй Премьер-лигаһында уңышлы сығыш яһауы балалар, егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында футбол менән шөғөлләнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 2013 йылдан клуб мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең иҫәбе 350-нән 950 кешегә тиклем артты, иң бәләкәйҙәренә – ни бары дүрт йәш. Республика Башлығы футболдағы әҙерлек системаһы менән танышты, йәш спортсыларҙың күнекмәләрендә булды, улар шөғөлләнгән шарттар менән ҡыҙыҡһынды.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ «Өфө» футбол клубының уҡытыу-күнекмәләр базаһын ҡараны. Унда футбол буйынса Рәсәйҙә Донъя чемпионатын уҙғарыуға әҙерлек сиктәрендә яңыртыу эштәре бара. Киләһе йылда база чемпионатта ҡатнашыусы командаларҙың береһе өсөн күнекмә майҙансығына әйләнеүе мөмкин.

Әлеге ваҡытта бында FIFA талаптарына ярашлы инженер коммуникациялары һәм өҫтәмә ҡоролмалар урынлаштырыу менән футбол майҙанын төҙөү эштәре бара. Дөйөм төҙөлөш майҙаны 25,6 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Күнекмә майҙансығына 500 урынлыҡ трибуна менән 105×68 метр майҙанда уйын майҙансығы, сисенеү бүлмәләре, матбуғат үҙәге һәм автомобиль ҡуйыу майҙаны инәсәк. Эштәр графикка ярашлы бара, сентябрҙә объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип хәбәр итте Шамил Ғәзизов.

Бер үк ваҡытта өс ҡатлы корпус яңыртыла, бында спортсыларға йәшәү өсөн ҡунаҡхана бүлмәләре ҡаралған, шулай уҡ йәйге йорттар ремонтлана, унда балалар өсөн спорт лагеры урынлашасаҡ. Ремонт эштәре тамамланғас, кәрәкле ҡорамалдар һатып алғандан һуң лагерь сменаһына 200 баланы ҡабул итә аласаҡ. Тәүге смена быйыл июль айында уҡ килер тип күҙаллана.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter