Обычный вид

Яңылыҡтар

25.05.2017 17:26:00

Рөстәм Хәмитов WorldSkills Russia һәм JuniorSkills чемпионаттары еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашты

24 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) V Милли чемпионат һәм JuniorSkills III Милли чемпионат еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашты.

— Эшсе һөнәрҙәр буйынса республика исеменән мөһим ярыштарҙа ҡатнашып, лайыҡлы урындар яулағанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙә чемпиондар ҙа, көмөш, бронза призерҙар ҙа бар, – тине республика етәксеһе. – Был беҙҙең өсөн бик яҡшы күрһәткес, сөнки һеҙҙең эшегеҙ, эшмәкәрлегегеҙ эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырырға, йәштәрҙең, шул иҫәптән тиңдәштәрегеҙҙең иғтибарын эшсе һөнәрҙәрҙең яҡшы икәнлегенә һәм станок артында эшләп, ниндәйҙер эшсе һөнәргә эйә булып, тормошта уңышҡа өлгәшеп булыуына йүнәлтергә ярҙам итә. Был йәһәттән һеҙ – афариндар.

Төбәк Башлығы билдәләүенсә, бөгөн бөр төркөм эшсе һөнәрҙәр буйынса белгестәр етешмәү күҙәтелә.

— Белгестәрҙә ҡытлыҡ бик ҙур. Шуға хәҙер ошо юл менән барыуығыҙ бөтә яҡтан ҡарағанда ла дөрөҫ эшләүегеҙ тураһында һөйләй, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ғөмүмән, һөнәр алып, киләсәгеңде, шул иҫәптән финанс яҡтан үҙаллылығыңды һәм бойондороҡһоҙлоғоңдо тәьмин итеү – бик мөһим. Сөнки квалификациялы эшселәр бөгөн яҡшы эш хаҡы ала. Һуңынан артабан уҡырға, юғары белем алырға, икенсе эшкә, башҡа кимәлгә күсергә мөмкин. Әммә эшсе һөнәрҙәр аша тормошто башлау – ул, әлбиттә, иң мөһиме. Ошо йәһәттән мин һеҙҙе хуплайым.

Башҡортостанда WorldSkills Russia һәм JuniorSkills төбәк координация үҙәге директоры Илшат Рәхмәтуллин эшсе һөнәрҙәр буйынса чемпионаттарҙа республика командаһының һөҙөмтәләре һәм төбәктә WorldSkills хәрәкәтен үҫтереү перспективалары хаҡында һөйләне.

Конкурстарҙа ҡатнашыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары, артабанғы һөнәрҙәре һәм уҡыу пландары менән уртаҡлашты.

— Минең ҡарашҡа, рейтингтар, чемпион урындары һәм ошо чемпионатта призерҙарҙың һаны түгел, ә йәштәребеҙҙе күпләп эшсе һөнәрҙәр буйынса уҡыуға йәлеп итеү мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter