Обычный вид

Яңылыҡтар

12.07.2016 15:48:00

Өфө 2019 йылда Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарын ҡабул итеү хоҡуғын алды

Был ҡарар 11 июлдә Нью-Тайбэй (Тайвань) ҡалаһында Халыҡ-ара уйындарҙың 50 йыллыҡ юбилейы уңайынан  уҙғарылған комитет ултырышында яңғыраны. Баш ҡалабыҙ менән таныштырғанда комитет ағзаларына Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың видеомөрәжәғәте тәҡдим ителде.

– Башҡортостан – Рәсәйҙең иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Беҙ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ. Бизнес һәм сауҙа өлкәләрендә республикабыҙ менән бәйләнеш тотҡан илдәр һаны йөҙҙән ашты. Балалар һәм йәштәр һанына ҡарап, төбәгебеҙҙе илдә иң “йәш”е тип һанайҙар. Башҡортостан – спортты үҙ иткән республика, беҙҙә төрлө халыҡ-ара саралар йыш үтә. Беҙҙә спортты, шул иҫәптән балаларҙыҡын һәм үҫмерҙәрҙекен, үҫтереү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған, – тине төбәк етәксеһе. – 2019 йылда үтәсәк 51-се Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары ла сағыу сара булып тарихта ҡалһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Өфөнөң, уның ҡунаҡсыл халҡының барығыҙға ла мотлаҡ оҡшарына ышанам. Беҙҙең уңайлы һәм матур ҡалабыҙҙы, заманса спорт ҡорамалдарындағы уңышлы старттарҙы һәм яҡшылыҡ теләүсе көйәрмәндәрҙе йылылыҡ менән иҫкә аласаҡһығыҙ.

Быға тиклем, 2013 йылда, Башҡортостанда VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары ойошторолғайны. Унда 20 илдән 60-тан ашыу команда спорттың төрлө төрҙәре – тау саңғыһы, хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, сноубординг, спорт билдәләнеше һәм саңғыла ярыш – буйынса 170 миҙал өсөн көрәште. Һөҙөмтәлә Өфө командаһы, 16 награда яулап, дөйөм миҙалдар һаны буйынса беренселеккә сыҡты.

2019 йылдағы йәйге уйындар ун дисциплина буйынса ярыштарҙы үҙ эсенә аласаҡ, улар Башҡортостандың баш ҡалаһындағы спорт объекттарында үтәсәк. Шулай итеп, Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарының тарихында ҡышҡы һәм йәйге ярыштарҙы ҡабул иткән донъялағы берҙән-бер ҡала булып таныласаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter