Обычный вид

Яңылыҡтар

04.11.2021 08:01:00

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлау

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы!

Бөгөн беҙ бөтә ил менән Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Был байрам Тыуған илгә булған һөйөүебеҙҙе, Ватаныбыҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡты кәүҙәләндерә, Рәсәй дәүләте ҡеүәтенең символы булып тора. Халҡыбыҙ иң ауыр һынауҙарҙы ла, берҙәмлек, батырлыҡ һәм илһөйәрлек күрһәтеп, еңеп килгән.

Башҡортостан халҡы тыуған ер яҙмышы өсөн яуаплылыҡты һәр саҡ тойоп йәшәй. Ата-бабаларҙың еңеү традицияларына таянып, бөгөнгө көндә республика коронавирус пандемияһына ышаныслы ҡаршы тора, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығыта, күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндерә, Рәсәй Федерацияһында төрлө өлкәләрҙә алдынғы урындарҙы биләй.

Башҡортостан төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәре өсөн һәр саҡ уртаҡ йорт булһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙең бурыс – быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, йәштәрҙә Тыуған илгә һөйөү, уның мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыуҙы тәрбиәләү, бергәләп бәхетле киләсәк төҙөү.

Бөтә республика халҡын байрам менән ҡотлайым! Һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter