Обычный вид

Яңылыҡтар

22.10.2021 14:02:00

Социаль газификация программаһы Әбйәлил районының Дауыт ауылында старт алды

22 октябрҙә Әбйәлил районының Дауыт ауылында тәүге йорттарҙы  зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Газпроммежрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт генераль директоры Сергей Густов ҡатнашты.

Быйыл августа Рәсәй Президенты Владимир Путин «Цемикс» заводы хеҙмәткәрҙәре һәм төҙөүселәре менән осрашҡанда Дауыт ауылын газға тоташтырып бөтөргә ҡушҡайны. Был мәсьәләне ике ай эсендә  атҡарҙылар: ауыл эсендә дөйөм оҙонлоғо 15,6 саҡрым селтәр участка сиктәренә тиклем еткерҙеләр. Атҡарылған эш һөҙөмтәһендә 400-ҙән ашыу ер участкаһын газға тоташтырырға мөмкин. 212 йорт хужаһынан ғариза килгән дә.

– Бөгөн Башҡортостанда илебеҙ Президенты Владимир Путин башланғыс һалған эшкә - газ үткәреү буйынса масштаблы социаль программаға старт бирҙек. Дауыт – беренсе аҙым. Республикала программа 2,6 мең тораҡ пунктына ҡағыласаҡ, - тине Радий Хәбиров. – Ошоноң менән республикала газ үткәреүҙе ун процентҡа арттыра аласаҡбыҙ.

-          Рәсәй төбәктәренә, бигерәк тә ауыл биләмәләренә газ үткәреү – «Газпром межрегионгаз» тормошҡа ашырған мөһим социаль мәсьәләләрҙең береһе, - тип белдерҙе компанияның генераль директоры Сергей Густов. – Башҡортостанға газ индереү план-графигына ярашлы алып барыла. Газ селтәрҙәренә потенциаль тоташтырыу ҡеүәте – 176 мең йорттан ашыу.

Тантаналы саранан һуң Башҡортостан Башлығы Әбйәлил районы халҡы менән аралашты. Улар республика етәкселегенә һәм «Газпром» компанияһына Дауыт ауылы йорттарын ауыл эсендәге газ селтәренә тоташтырған өсөн рәхмәт әйтте, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Ошо иҫәптә – яңы социаль объекттарға ихтыяж, район үҙәгенең яңы микрорайонында  юлдар торошо менән ризаһыҙлыҡ.

Радий Хәбиров 2022 йылда юлдарға ваҡ таш түшәү һәм проблемалы участкаларҙы тигеҙләү өсөн ун миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы Асҡар ауылындағы 250 сабый йөрөгән «Ҡайынҡай»  балалар баҡсаһында ремонт эштәрен тамамлау өсөн аҡса бүлеү кәрәклеген белдерҙе. Тағы бер мәсьәлә – Асҡарҙа «Көнсығыш-1»  биҫтәһендәге яңы мәктәп төҙөлөшө. Төбәк етәксеһе мәғариф ойошмаһы проектының Республика адреслы инвестиция программаһына индерелеүе хаҡында әйтте. Урында йәшәүселәр районда яңы медицина ойошмаларының, шул иҫәптән бала табыу һәм инфекция бүлексәләренең асылыу мөмкинлектәре менән дә ҡыҙыҡһынды.

- Бала табыу ҙур дауаханаларҙа үткәреү мөһим. Унда табиптар ҙур компетенцияға, бай эш тәжрибәһенә эйә. Заманса «Ашығыс ярҙам»  автомобилдәре ауырлы ҡатындарҙы бала табыу бүлексәләренә тиҙ алып барыу мөмкинлеген бирә. Юлдар торошон яйлап тәртипкә килтерербеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Октябрьский һәм Сибай ҡалаларында ике инфекция госпитале төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Уларҙа урында йәшәгәндәр һәм күрше райондарҙан пациенттар дауаланасаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter