Обычный вид

Яңылыҡтар

25.10.2021 13:26:00

Сибайҙа һәм Туймазыла инфекция госпиталдәре төҙөләсәк

Сибай һәм Туймазы ҡалаларында яңы инфекция госпиталдәре төҙөләсәк. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

-         Коронавирус менән хәлде анализланыҡ. Вирус йоҡторған пациенттарҙы дауалау, шул уҡ ваҡытта башҡа йүнәлештәр буйынса халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеүҙе сикләмәҫ өсөн тағы ла ике инфекция госпитален асырға кәрәк, - тине төбәк етәксеһе. – Пандемия үткәс был учреждениелар күп профилле дауаханалар булараҡ үҙ эшен дауам итәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, яңы учреждениелар төҙөр өсөн республиканың мөмкинлектәре бар. Аҙна дауамында төҙөлөш урындары билдәләнәсәк.

Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына яңы госпиталдәр өсөн кадрҙар мәсьәләһен хәл итә башларға ҡушты. Коронавирус менән сирлеләр Өфө районындағы үҙәктә йә Стәрлетамаҡтағы кеүек юғары квалификациялы ярҙам алырға тейеш.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter