Обычный вид

Яңылыҡтар

19.10.2021 15:42:00

Радий Хәбиров Өфөлә Йәштәр йортон асты

19 октябрҙәБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәштәр йортон асыу тантанаһындаҡатнашты. «Йәшлек House» ижад киңлеге менән танышҡандан һуңйәштәрҙең төрлө йәмәғәт ойошмалары активистары менән осрашты.

Радий Хәбировтың ирекмәндәр менән онлайн-осрашыуында ошондай үҙәк ойоштороу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны. Былтыр июндә Йәштәр көнөнә арналған «Беҙ бергә» фестивалендә Башҡортостан Башлығы Йәштәр йорто өсөн Өфөнөң тарихи үҙәгендә – Пушкин урамында урынлашҡан бинаны һайлауҙары тураһында хәбәр иткәйне.

Республика Башлығы Йәштәр йортон ҡарап сыҡты, «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге, «Лиза Алерт» эҙләү ойошмаһы, «Юнармия» йәмәғәт хәрәкәте вәкиллектәрендә булды, яңы бинала эш һәм ижад шарттары менән ҡыҙыҡһынды.

«Йәшлек House»ты ҡарағас, Радий Хәбиров йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары менән уларҙы борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

– Һеҙҙе өй туйы менән ҡотлайым. Йәштәрҙең бергә йыйылып, идеяларҙы, проекттарҙы  өйрәнеү өсөн үҙ урыны булыуын күптән теләй инек. Бер йыл элек ошо бинаны асырға ҡарар иттек, сөнки был киләсәккә ысын инвестицияны тәшкил итә, – тине төбәк етәксеһе,  – Хәҙер бөтәһе лә һеҙҙән тора. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына эште иртәнән алып кискә тиклем тормош ҡайнап торорлоҡ итеп ойошторорға кәрәк. Бындағы һәр хәрәкәт артында бөтә республика буйынса меңдәрсә кеше тороуын иҫәпкә алғанда, ошондай уҡ үҙәктәрҙе Башҡортостандың башҡа ҙур ҡалаларында ла асырға кәрәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter