Обычный вид

Яңылыҡтар

15.10.2021 17:16:00

Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында дөйөм практикалағы табип офисы асыласаҡ

15 октябрҙә эш сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы халҡы менән дә осрашты. Был ауыл, күрше Мәҡсүт, Ҡотан ауылдары кеүек үк район үҙәгенән бик алыҫта урынлашҡан. Өс ауылда йәмғеһе 900 кеше йәшәй.

-       Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, әммә стационар булмау сәбәпле, йыш ҡына район үҙәгенә йөрөргә тура килә. Өҫтәүенә юлдар бик насар, - тине ауыл халҡы.

Республика етәксеһе Башҡортостандың юл төҙөлөшө министрына Ырғыҙлы ауылының үҙәк урамын төҙөкләндерергә ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ Ырғыҙлыла дөйөм практикалағы табип офисын асырға ҡушты, унда көндөҙгә стационар һәм лаборатория булырға тейеш. Офис үҙе 2023 йылда асыласаҡ, киләһе йылда ул проектлана башлаясаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter