Обычный вид

Яңылыҡтар

30.09.2021 15:48:00

Радий Хәбиров Өфө районындағы инфекция дауаханаһында булды

30 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында урынлашҡан Республика клиник инфекция үҙәгендә булды. Ул белгестәрҙең эш, пациенттарҙың дауаланыу шарттары менән танышты.

Үҙәктең баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, 400 кешегә иҫәпләнгән дауаханала бөгөн 429 кеше дауалана. Шуға ла сирлеләргә коридорҙарҙа ятырға тура килә. Инфекция үҙәгенә эләккән пациенттарҙың күпселеге коронавирус инфекцияһынан вакцина эшләтмәгән. 237 кеше сирҙе ауыр үткәрә, 6 кешенең хәле үтә ҡатрмарлы.  Тап уларҙың береһе лә прививка һалдырмаған. Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, йәйге каникул һәм ялдың тамамланыуы менән, уҡыусылар һәм өлкәндәр араһында сирләүселәр һаны артты.

Радий Хәбиров инфекция үҙәгенең «ҡыҙыл зона»һында булды, табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Медицина хеҙмәткәрҙәренә атҡарҙан хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

-       Беҙ республика дауаханаларындағы койка фондына бәйле хәлде контролдә тотабыҙ. Зубов ҡасабаһындағы инфекция үҙәгендә урын ҡалманы, табиптар ҡатмарлы шарттарҙа эшләй, - тине Радий Хәбиров. – Беҙҙе кешеләрҙең коронавирустан вакцина эшләтергә ашыҡмауы борсоуға һала. Шул уҡ ваҡытта, тап прививка эшләтмәгәндәрҙең сирҙе ауыр кисереүен күҙәтәбеҙ. Тап шуның өсөн дә оператив штаб ултырышында вакцинация темпын арттырыу һәм инфекция таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн саралар тураһында ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter