Обычный вид

Яңылыҡтар

01.09.2021 10:17:00

Өфө районында «Белем» мәғариф үҙәге асылды

1 сентябрҙә Өфө районының Зубов ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Белем» үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты.

Яңы уҡыу йылы башланыуға арналған линейкала төбәк етәксеһе уҡыусыларға уңыштар теләне.

-          Матур йолаға буйынса 1 сентябрь – Белем көнөндә беҙ яңы мәктәптәр асабыҙ. Бөгөн дә Зубов ауылында мәғариф үҙәге сафҡа инә, - тине Радий Хәбиров. – Был көндә, тәү сиратта, уҡыусыларҙы тәбрикләйем һәм уҡыуығыҙҙа уңыштар теләйем. Белем алып ҡына ҡалмағыҙ, спорт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үҫешегеҙ. Республикабыҙ уҡытыусыларына ла оло рәхмәтемде белдерәм. Сөнки тап һеҙҙең иңгә уҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләү тигән иң яуаплы бурыс ята.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter