Обычный вид

Яңылыҡтар

20.07.2021 08:00:00

Ҡорбан байрамы менән ҡотлау

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!

Изге Ҡорбан ғәйете менән һеҙҙе ихлас ҡотлайым!

Был бөйөк байрам мосолмандар өсөн әхлаҡи терәк булып тора, уларҙың тәҡүәлеккә һәм мәрхәмәткә, мохтаждарға ярҙам итеүгә ынтылышын иҫбатлай. Диндарҙар илебеҙ именлеге өсөн, туғандарының һәм яҡындарының һаулығы хаҡына доға ҡыла.

Республикабыҙҙың мосолмандар өммәте кешеләрҙең рухи үҫешенә, йәштәрҙе тәрбиәләүгә, хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш алып барғанда дини йәмғиәттәр ҙур яуаплылыҡ күрһәтә, хәүефле инфекциянан яфа күргән ғаиләләргә ярҙам ҡулын һуҙа.

Башҡортостан рухи традицияларға тоғролоғо, ололарға ихтирамы, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауы, халыҡтар дуҫлығы менән айырылып тора. Республикала йәшәгән милләттәр берҙәмлеге Ватаныбыҙ киләсәге хаҡына ижади хеҙмәттә асыҡ сағыла.

Ҡорбан байрамы барыбыҙға ла йән тыныслығы алып килһен, көс-дәрт бүләк итһен һәм сағыу уңыштарға илһамландырһын!

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter