Обычный вид

Яңылыҡтар

01.07.2021 18:41:00

Радий Хәбиров журналистар һәм блогерҙар менән осрашты

1 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар һәм блогерҙар менән осрашыуында республиканың VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлеге тураһында һөйләне. Халыҡ-ара байрам Өфөлә, төбәктең башҡа ҡала, райондарында 3 – 10 июлдә уҙғарыла.

– Фольклориада – донъя кимәлендәге сағыу мәҙәни ваҡиға. Минеңсә, ул республикабыҙ үҫешенә ҡеүәт өҫтәйәсәк. Беҙгә 37 илдән киләләр. Улар тәбиғәтебеҙҙе, бында йәшәгән кешеләрҙе күреп, ҡунаҡсыллығыбыҙға баһа бирер. Был Башҡортостанды һәм Өфөнө бөтә донъяға тынытыуға ла үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаҫ, – тине республика Башлығы. – Фольклориадаға ике йыл әҙерләндек. Бөгөн беҙгә тәүге биш делегация килде. Кешеләр шатланып үҙҙәренең мәҙәниәте менән уртаҡлашмаҡсы.

Радий Хәбировтың әйтеүенсә, Башҡортостандағы санитария-эпидемиологик хәл Фольклориаданы үткәреү мөмкинлеген бирә.

– Беҙ был ҡарар буйынса оҙаҡ уйлаштыҡ. Кире фекерҙәргә эйәреп, ойоштороу комитетына Фольклориаданы үткәрмәүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала инек. Ләкин быны эшләмәнек. Фольклориаданы үткәрергә ҡарар итеүебеҙ эпидемиологик хәлде уйлап баһалауға нигеҙләнә.

Республика Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ҙур тәжрибә туплап өлгөрҙө. Һаулыҡ һаҡлау системаһы һәр төрлө хәүефкә йылдам ҡаршы торорлоҡ. Бынан тыш, Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың ковид менән сирләүенә шик тыуған осраҡта , төбәктә улар өсөн махсус обсерваторҙар әҙерләнгән.

Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алғанда, байрамды асыу тантанаһын “Өфө-Арена”ла үткәреүҙең маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауы тураһындағы һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров сарала ковидҡа ҡаршы талаптарҙың мотлаҡ үтәләсәген билдәләне.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter