Обычный вид

Яңылыҡтар

05.07.2021 15:17:00

Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса Башҡортостан беренсе урынды яуланы

5 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Екаберинбург ҡалаһында үткән «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашты. Унда Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы иғлан ителде.  2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан беренсе урынды яуланы.Икенсе урында – Калуга, өсөнсөлә – Тула өлкәһе. Рейтингта дүртенсе урынды Краснодар крайы алды. Күрше Татарстан – алтынсы урында.  

-         Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы сәнәғәтебеҙҙе үҫтереү өсөн яңынан-яңы ярҙам сараларын даими тормошҡа ашыра. Әлбиттә, республикала бының өсөн бөтә шарттар бар. Министрлыҡ махсус иҡтисади зона ойоштороуыбыҙҙы хуплап сыҡты, беҙҙә биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшләй. Республикала власть менән предприятиелар директорҙары араһында һөҙөмтәле эшмәкәрлек яйға һалынған. Беҙ «Ростех», «Газпром», Урал тау-металлургия компанияһы, «Роскосмос» менән даими эш төркөмдәре төҙөнөк. Улар менән даими хеҙмәттәшлек алып барабыҙ һәм һәр йәһәттән ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ «Инвестиция сәғәте», «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматтары тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республиканың беренсе урынға лайыҡ булыуы – урындағы предприятие директорҙары хеҙмәте һөҙөмтәһе.

-         Беҙҙең өсөн был – оло мәртәбә, төбәктәр араһында конкурентлыҡтың ҙур булыуын аңлап, юғары урындар өсөн артабан да көрәшәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

«Иннопром халыҡ-ара күргәҙмәһе» – Рәсәйҙәге төп индустриаль, сауҙа һәм экспорт майҙансығы. Ул «Екатеринбург-Экспо»  халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгендә йыл һайын уҙғарыла.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter