Обычный вид

Яңылыҡтар

12.06.2021 09:42:00

Радий Хәбиров Рәсәй көнө уңайынан байрам сараларында ҡатнашты

12 июндә Башҡортостанда бер юлы өс байрам – Рәсәй көнө, башҡала көнө һәм республиканың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнә.

Республика етәксеһе ошо даталарға арналған байрам сараларында ҡатнашты.

***

Радий Хәбиров Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән Дуҫлыҡ Монументына сәскә һалды. Һәйкәлде 1957 йылда төҙөй башлайҙар, ә уны тантаналы асыу 1965 йылда була. Монумент рус һәм башҡорт халыҡтарының бөйөк дуҫлығының символы булып тора.

***

Республика Башлығы күренекле башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәйкәленә лә сәскәләр һалды.

Һәйкәл 2019 йылдың июнендә асылды. Уның бейеклеге алты метрға яҡын. Авторы – скульптор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук.

***

Башҡортостан етәксеһе Салауат Юлаевтың тыуыуна 267 йыл тулыу уңайынан ҡурай моңдары аҫтында башҡорт халҡының милли батыры һәйкәленә лә сәскәләр һалды.

Рәсәйҙә генә түгел, тотош Европалағы иң ҙур атлы статуя скульптор Сосланбәк Тавасиев проекты буйынса ҡойола. Һәйкәл 1967 йылда асылған. 1970 йылда С.Тавасиев ошо эше өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter