Обычный вид

Яңылыҡтар

09.06.2021 20:03:00

Пандемия осоронда «Берҙәм Рәсәй» бар көсөн кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтте – Дмитрий Медведев

9 июня Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә партияның Юғары һәм Генераль советы ултырышында ҡатнашты. Уны «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, илдең Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Ултырышты асып, Дмитрий Медведев, «Берҙәм Рәсәй» әле мөһим ваҡиға – партияның XX съезы алдында тора, тине. Ул 19 июндә үтәсәк. Съезда Дәүләт Думаһына депутаттар исемлеген раҫларға, илдең алдағы биш йылдағы үҫешен тәьмин итәсәк һайлау алды программаһын ҡабул итергә кәрәк.

- Беҙҙең төп ҡиммәттәр һәр кемгә таныш: кешенең социаль именлеге тураһында хәстәрлек күреү, һөҙөмтәле иҡтисади сәйәсәт, шәхескә ихтирам, – тине Дмитрий Медведев. – Илебеҙ алдында торған ҡарарҙарҙы тормошҡа ашыра беләбеҙ, улар күпселектең мәнфәғәтенә ҡағыла. Беҙ һәр ваҡыт партияның нисек эшләргә тейешлеген аныҡ формалаштырырға тырыштыҡ. Улар араһында - сифатлы белем, һаулыҡ һаҡлау, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр, социаль гарантиялар, заманса инфраструктура һәм, әлбиттә, лайыҡлы эш хаҡы алыу.

Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй»ҙең коронавирус пандемияһы осорондағы эшмәкәрлеген айырым баһаланы. Партия эпидемиянан зыян күргәндәргә ярҙам маҡсатында закондар ҡабул итте, иҡтисадты тергеҙеү, граждандарға, бизнесҡа ярҙам итеү буйынса Хөкүмәткә тәҡдимдәр ебәрҙе һәм башҡалар.

- Пандемия осоронда «Берҙәм Рәсәй» бар көсөн кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтте. 500 миллион самаһы аҡсаны шәхси ҡурсаланыу саралары алыуға бүлде. Табиптарға аҙыҡ-түлек йыйылмалары ла, реанимобилдәр ҙә булды. «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы барышында мохтаж ғаиләләрҙә йәшәгән балаларға 500 меңдән ашыу компьютер һәм планшет йыйҙыҡ. Партияның 100 меңдән күберәк әүҙемсеһе ирекмән булып китте һәм «Беҙ бергә» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Улар табиптарға ярҙам итте, сирлеләргә хәстәрлек күрһәтте, дарыу, аҙыҡ-түлек алып барҙы. Иң ауыр һәм яуаплы мәлдә берҙәм, һөҙөмтәле эш итте, – тине Дмитрий Медведев.

Башҡортостанда партия ҡарамағындағы «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр үҙәге 2020 йылдың 20 мартында эш башланы һәм республиканың 25 ҙур ирекмәндәр ойошмаһын берләштерҙе. Үҙәк эшмәкәрлеге осоронда адреслы социаль ярҙамды 470 мең кеше алды. Төрлө социаль проекттар тормошҡа ашырылды, бер миллиондан ашыу битлек таратылды, дарыуҙар алып барылды. «Ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптарға ла ярҙам күрһәтелде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter