Обычный вид

Яңылыҡтар

10.06.2021 16:37:00

Андрей Турчак һәм Радий Хәбиров Республика идара итеү үҙәгенең яңы бинаһын ҡараны

10 июндә Өфөлә эш сәфәре менән булған “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Андрей Турчак Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров менән Республика идара итеү үҙәгенең яңы бинаһын ҡараны. Ул Ағиҙел яры буйында урынлашҡан, Республика йорто менән берҙәм комплексты тәшкил итә.

Республикаға идара итеү үҙәгенән тыш, бында Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге, Үҫеш корпорацияһы һәм Стратегик эшләнмәләр үҙәге урынлашасаҡ.

Экскурсия барышында Андрей Турчак Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгендә булды. Уны пандемия көслө саҡта асҡайнылар. Етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, 2020 йылдың 16 ноябренән алып операторҙар 90 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән.

Андрей Турчак үҙәктең социаль коммуникациялар блогы эше менән дә танышты. Уның нигеҙенә халыҡтан “Инцидент менеждмент” системаһына һәм Кире бәйләнеш платформаһына килгән мөрәжәғәттәр ята. Был блок 11 тармаҡҡа бүленгән: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, төҙөлөш, транспорт, ауыл хужалығы һәм башҡалар бар.

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәген башҡа төбәктәрҙән айырмалы иткән тағы бер йүнәлеш – иҡтисади аналитика блогы. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, ул төбәктәге иҡтисади хәлде мониторинглау мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, төҙөлөш, юлдарҙы ремонтлау, сүп-сар сығарыу һәм башҡалар. Республиканың Һанлы үҫеш министрлығы мәғлүмәт системалары ҡуйған. Улар 47 дашбордта күрһәтелгән, иҫәп артабан тағы артасаҡ.

Андрей Турчакка хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса автоматлаштырылған системаларҙы күрһәттеләр. Был - гидромониторинг, 112-системаһы, видеокүҙәтеү системаһы һәм башҡалар. Уларҙың эше өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре яуаплы. Андрей Турчак янғын мониторингын ойоштороу тураһында фекерен әйтте һәм уның һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса кәңәштәрен еткерҙе. Мәҫәлән, видеокүҙәтеү камералары ярҙамында мониторинглау, һауанан төшөрөү тураһында.

Радий Хәбиров белдереүенсә, планда - үҙәктең системаларын яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырыу, уларҙы камиллаштырыу. Был дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн кәрәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter