Обычный вид

Яңылыҡтар

14.06.2021 09:31:00

Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлау

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым! Ошо һоҡланғыс байрам матбуғат һәм интернет-баҫмаларҙың, теле- һәм радиоканалдарҙың меңдәрсә журналисын, китап нәшерләүселәрҙе, рәссамдарҙы, фотохәбәрселәрҙе берләштерә. Һеҙ тыуған республикабыҙ йылъяҙмаһын яҙаһығыҙ, бөтә хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙарһығыҙ, замандың иң мөһим һорауҙарына яуап табырға ярҙам итәһегеҙ, йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуға тос өлөш индерәһегеҙ. Республика башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә эшләгән киң мәғлүмәт сараларының тел байлығы менән ғорурлана.

Журналистарыбыҙ ижады юғары баһа ала һәм Рәсәй фестивалдәрендә, конкурстарында абруйлы наградаларға лайыҡ була.

Журналистика ветерандарына республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы традицияларын дауам иткән өсөн ҙур рәхмәт.

Бөтә журналистар берләшмәһенә һөҙөмтәле эш, яңынан-яңы ижади уңыштар, һаулыҡ теләйем һәм иң изге теләктәремде еткерәм!

 

                                                         Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter